Көн дә уйнау арыта…30.10.2018
Континенталь хоккей лигаһы календарына үҙгәрештәр индереү сәбәпле, “Салауат Юлаев”ҡа ялһыҙ уйнарға тура килде. Яҡташтарыбыҙ йәкшәмбелә генә “Витязь” менән сәкәләшһә, кисә Мәскәүҙең “Динамо”һын ҡабул итте. Етмәһә, капитаныбыҙ Антон Бурдасов йәнә бер матчтан ситләтелгәйне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лидерҙарыбыҙ ҡапыл оҫталығын, мәргәнлеген юғалтты. Мәҫәлән, Линус Умарктың “пушкаһы” айҙан ашыу сәпкә тейҙерә алмай. Булған өҫтөнлөктө лә еңел генә ҡулдан ысҡындыралар.

Кисә Петр Хохряковтың мәскәүҙәр ҡапҡаһына шайбаһы ла ҡотҡарманы. Уҙған осрашыуҙа, ниһайәт, уңышҡа өлгәшә башлаған Вячеслав Основин быныһында ла гол авторы булһа ла, овертаймда хаталанып, ҡунаҡтарға еңеү шайбаһын индерергә мөмкинлек бирҙе.

Әйткәндәй, был кистә “Өфө-Арена”ға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән ЛДПР фракцияһы етәксеһе Владимир Жириновский ҙа хоккей ҡарарға килгәйне.

Йәл, юлаевсылар 2:3 иҫәбенә отолдо.


Вернуться назад