Шаран районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре “Беҙ – сәләмәт тормош өсөн!” флешмобында ҡатнашты.
Бының өсөн учреждение хеҙмәткәрҙәре иртәнге сәғәттән хакимиәт бинаһы алдында зарядка яһаны. Шаран ауылының балалар ижады һәм спорт үҙәге белгесе Радик Һиҙиәтов мускулдарҙаға көсөргәнеште кәметеү, дөйөм физик торошто яҡшыртыу өсөн күнекмәләр комплексын тәҡдим итте. Әлбиттә, сара барыһының да кәйефен күтәрҙе, артабан хеҙмәткәрҙәр көр күңел менән эшкә тотондо.
Ыңғай башланғысты райондың башҡа предприятие-учреждениелары ла дауам итәсәк.