Капитан тәртип боҙоуын дауам итә29.10.2018
“Салауат Юлаев” сираттағы матчын йәкшәмбелә “Витязь” менән уҙғарҙы. Көсөргәнешле булды ул.

Етмәһә, капитаныбыҙ Антон Бурдасов, утҡа кәрәсин һипкәндәй, йәнә матч аҙағынаса штраф ваҡыты алды. Әле яңы ғына шундай тәртип боҙғаны өсөн бер уйындан ситләтелгәйне.

Тәүге осорҙа иҫәпте аса алмайынса, икенсеһендә командалар берешәр гол индерҙе. Беҙҙекеләрҙән Вячеслав Основин, ниһайәт, тәүге мәрәйен йыйҙы. Артабан өсөнсө осорҙа Йоонас Кемппайнен ҡунаҡтар ҡапҡаһына тағы бер шайба ташлап, өфөләр уйын аҙағынаса еңеүҙе саҡ һаҡлап ҡалды.

2:1 – юлаевсылар турнир таблицаһында “Аҡ Барыҫ”ты ҡыуып етте тиерлек.




Вернуться назад