“Салауат Юлаев” менән “Авангард” командалары ике аҙна элек кенә осрашҡайны инде. Йәнтәслим алышҡайнылар унда. Өфөләрҙең ҡапҡасыһы Юха Метсола 62 шайбаны кире ҡаҡлыҡтырып, рекорд ҡуйҙы, ә беҙҙекеләр еңеүгә өлгәште.
Кисә командалар һағыраҡ ҡыланды. Хатта өс осор буйы бер гол индерә алманылар. Овертаймда иһә “Авангард” хоккейсылары сосораҡ булды. 0:1 – был юлы юлаевсылар отолдо.
Әйткәндәй, беҙҙең алдынғы һөжүм итеүсе Антон Бурдасов дисквалификация арҡаһында уйнаманы. Уҙған матчта тәртипһеҙ ҡыланғаны өсөн судьялар уға осрашыу аҙағынаса штраф ваҡыты сәпәне. Һөҙөмтәлә аҡсалата штраф та алды һәм киләһе уйындан ситләтелде. Язаһы ҡаты булды, өҫтәүенә командаһы ла еңелде.