Нижегородка биҫтәһендә – яңы спорт майҙансығы18.10.2018
Өфөнөң Ленин районында физкультура менән шөғөлләнеү өсөн өр-яңы майҙансыҡ асылды. Объект “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы “Ал елкән” комплексы биләмәһендә урынлашҡан.

Турник комплексын һатып алыуға һәм ҡуйыуға республика ҡаҙнаһынан 300 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Майҙансыҡты асыу тантанаһында урындағы хакимиәт вәкилдәре, Өфө ҡала Советы депутаттары ҡатнашты. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин партияның проектты дауам итеүен билдәләне.


Вернуться назад