“Салауат Юлаев”тың “Авангард” менән осрашыуын көйәрмәндәр ныҡ көттө. Быйыл Омск клубының етәкселеге, тренерҙары, лидер уйынсылары алмашынды. Хатта команда үҙ хоккей майҙансығын үҙгәртте – хәҙер ул Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында төпләнде.
Шулай ҙа “Авангард” бирешмәй, Көнсығыш конференцияла алдынғы урында бара. Юлаевсылар улар менән нисек уйнар?..
Иҫтә ҡалырлыҡ матч булды был. Өфөләр, ғөмүмән, көйәрмәнгә күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Еңеп барып отолорға ла, еңелде тигәндә геройҙарса хәлде төҙәтергә лә оҫталар. Был юлы ла дүрт минут эсендә өс яуапһыҙ шайба индергән яҡташтарыбыҙ ҡапыл “мәрткә” китте. Эш башҡарылды тип уйланылар, ахыры.
Ә ҡунаҡтар бер-бер артлы беҙҙең ҡапҡаға һөжүм башланы. Матч буйына юлаевсылар 11 тапҡыр ҡапҡаға шайба ташлаһа, “Авангард” уйынсылары – 64 тапҡыр! Был – КХЛ рекорды! Әлбиттә, Юха Метсола арыны. Һөҙөмтәлә ике гол индертте.
3:2 – ҡапҡасыбыҙҙың иҫ киткес шәп уйнауы арҡаһында еңеү “Салауат Юлаев” яғында. Тик бына иртәгә “Трактор”ға ҡаршы икенсе ҡапҡасыны сығарыу яҡшыраҡ булыр. Метсола ял итеп өлгөрмәйәсәк.