Өфөлә Республика көнөнә бағышланған XXV Милли һәм халыҡ спорты төрҙәре буйынса республика фестивале уҙҙы. Унда 300-ләп спортсы ҡатнашты.
Еңеүселәр көрәш, армрестлинг һәм гер күтәреүҙә билдәләнде. Дөйөм беренселектә ҡалалар араһында өфөләр тәүге урынды яуланы, стәрлетамаҡтар – икенсе, Октябрьский вәкилдәре – өсөнсө.
Ҡала-райондар категорияһында ишембайҙар еңеп сыҡты, икенсе урынды – мәләүездәр, өсөнсөнө бөрөләр алды.
Райондар араһында ҡыйғыларға етеүсе булманы, баҡалылар – икенсе, бүздәктәр – өсөнсө урында.