Алдағы йәкшәмбелә “Салауат Юлаев” командаһы өсөн хәл иткес матч була. Юҡ-юҡ, дәғүәсеһе “Аҡ Барыҫ” та, СКА ла түгел, ә Екатеринбургтың “Автомобилист”ы.
Күрше өлкә клубы миҙгелде былтыр ҙа шулай шәп башлағайны. Әммә тора-бара турнир таблицаһында урталағы үҙ урынын алды. Хоккей белгестәре, көйәрмәндәр быйыл да бының ҡасан булырын ҡыҙыҡһынып көтә. Ә “Автомобилист” инде 15 уйында еңелеү белмәй! Йәкшәмбелә өфөләр уларҙың был “аҡ һыҙатына” нөктә ҡуя алырмы?..
Әлегә юлаевсыларһың 3 октябрҙәге Риганың “Динамо”һына ҡаршы матчы киләһе йылдың 10 ғинуарына күсерелгәндән һуң, улар Словакияның “Слован”ын ҡабул итте. Иҫәп – яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4:1. Йоонас Кемппайнен ике шайба индерҙе, ә Григорий Панин миҙгелдәге тәүге голының авторы булды.