Италияның Лидо ди Езоло ҡалаһында 16 – 23 сентябрҙә кикбоксинг буйынса донъя чемпионаты уҙҙы. Унда 63 илдән 15-18 йәшлек ике мең ярым спортсы йыйылғайны. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан да ун үҫмер ҡатнашты.
Беҙҙең ил вәкилдәре бөтәһе 28 миҙал – 13 алтын, 11 көмөш, дүрт бронза яуланы. Шуныһы һөйөнөслө: яҡташтарыбыҙ ете миҙалға лайыҡ булды. Кикбоксингтың “лайт-контакт” төрөндә Өфөнән Валерий Евграфов (94 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәме) менән “К-1” төрөндә Дарья Прошенкова (48 килограмм ), “фулл-контакт”та Учалынан Урал Ғиниәтуллин (42 килограмм) чемпион исемен алды. Көмөш миҙалдарға – Туймазынан Кристина Маликова (52 килограмм) менән Сибайҙан Жослан Костаморатов (81 килограмм), ә бронзаға Туймазынан Раушан Закиров (54 килограмм) һәм Дэрья Акьюз (52 килограмм) лайыҡ булды.
Урал Ғиниәтуллинға 16 йәш, спорт мастерлығына кандидат. Ул Учалы ҡалаһының 3-сө лицейында XI класта уҡый, дүрт йыл инде билдәле тренер Денис Ямалетдиновта шөғөлләнә. Үҫмер – Башҡортостан, Волга буйы федераль округы беренселектәре еңеүсеһе. Ә апрель аҙағында ил чемпионатында 930 ҡатнашыусы рәтендә йәнә алтын миҙалға эйә булып, халыҡ-ара ярыштарға барыу хоҡуғын яуланы. Турнир алдынан: “Туплаған оҫталығым, тәжрибәм киләсәктә кәрәк булыр, тип уйлайым. Старт алдынан бер аҙ тулҡынланам. Донъя чемпионатында ил данын яҡлау – оло яуаплылыҡ”, – тип белдергән егет теләгенә өлгәште һәм тыуған Учалыһы, Башҡортостан халҡы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Афарин!