“Салауат Юлаев” командаһы сираттағы сәфәр ваҡытында икенсе осрашыуын уҙғарҙы. Был юлы – Беларусь хоккейсылары менән.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был матчта тик һаҡсылар гол индерҙе һәм бөтәһен дә күпселектә. Ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа. Юлаевсы Филип Ларсен иҫәпте асып ҡына тынысланманы, ун минуттан икенсе шайба авторы ла булды. Командалашы Павел Коледов иһә беҙҙең өсөнсө уңышҡа өлгәште.
Уйын аҙағында “Динамо” бер гол керетте, әммә был ғына аҙ ине. 3:1 – еңеү Өфө егеттәрендә.
Бөгөн яҡташтарыбыҙ “Витязь” командаһы менән осраша.