Башҡортостан шашкасылары һынатманы24.09.2018
Төркиәнең Измир ҡалаһында үткән Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогында Башҡортостан намыҫын яҡлаусы ете спортсы ла юғары һөҙөмтәләр яулап, иң яҡшы унау исемлегенә инеүгә өлгәште.

18 халыҡ-ара гроссмейстер, дүрт халыҡ-ара мастер һәм алты Бөтә донъя шашка федерацияһы мастеры ҡатнашҡан TURKISH OPEN халыҡ-ара турнирында “Башҡортостан” шашка клубының (Өфө ҡалаһы) уңышлы сығыш яһауы – оло мәртәбә.

Өфөнән Александр Георгиев менән Стәрлетамаҡтан Муродулло Амриллаев 11 балл йыйып, абсолют чемпион Иван Трофимовтан (Санкт-Петербург) бер генә балға ҡалышты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер юлы дүрт спортсы унышар балл йыйып, тәүге урындарҙы бүлеште. Еңеүселәр рәтендә биш тапҡыр донъя чемпионкаһы Тамара Танһыҡҡужина ла бар ине. Өҫтәмә критерийҙар буйынса ул өсөнсө урынды яуланы.

Шулай уҡ Өфөнән Айгөл Иҙрисова (етенсе урын), Ишембайҙан Агата Парахина (туғыҙынсы урын) һәм Өфөнән Кристина Осипова ла (унынсы урын) үҙҙәрен көслө һәм өмөтлө шашкасылар итеп танытты.


Вернуться назад