Беҙҙе онотмағандар әле!21.09.2018
Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды.

Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты был сарала. Рәсәй йыйылма командаһы составында булған башҡорттарға иғтибар итмәгән кеше ҡалмағандыр. Ҡырғыҙстандағы Бөтә донъя күсмәндәр уйындары хаҡында һүҙем. 36 кешенән торған республикабыҙ командаһының һәр вәкиленә күҙ һалығыҙ әле. Юлай Ғәлиуллин, Артур Батыршин, Артур Зөлҡәрнәев, Рәйес Низаметдинов, Гөлгөнә Баймырҙина... Хәйер, кемеһенең йөҙөнә баҡһаң да, милләтебеҙҙең шундай һоҡланғыс, нурлы, матур булыуына таң ҡалырһың! Әйтерһең, уларҙың һәр береһе үҙебеҙҙә күркәм сырай буйынса ла конкурста еңеп сыҡҡан. Гөлгөнәнең инде ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора: оҙон һомғол буй, ҙур күҙҙәр, сейәләй бешкән ирендәр.

Ошо күркәм команданың уңышлы йөрөп ҡайтыуын, һәр аҙымын инстаграмдан, башҡа социаль селтәрҙәрҙән күҙәтеп торҙоҡ. Беҙҙекеләр һынатмаҫ тинек һәм яңылышманыҡ!

Тажик милли көрәшендә Артур Зөлҡәрнәев 80 килограмға тиклемге категорияла 1-се урын яуланы! Шул уҡ төр ярышта 68 килограмға тиклемге категорияла Рәзил Шабиев 3-сө урынға сыҡты! Төркмән көрәше буйынса 62 килограмға тиклемге ауырлыҡта Евгений Бикташев шулай уҡ бронза яуланы! Ҡаҙаҡ көрәшендә абсолют ауырлыҡ буйынса Дмитрий Баляновта – көмөш миҙал! Азербайжан көрәшендә Илфат Ибатуллинда – 3-сө урын! Төрөк көрәше буйынса Ҡорманғазы Шәймөхәнов бронза миҙалға лайыҡ булды! Ә Гөлгөнә Баймырҙинаның бөркөт менән һунарҙа 2-се урын алыуы хаҡында ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашҡайныҡ инде.

Дөйөм команда иҫәбе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы 3-сө урынға сыҡты! Беҙҙә 16 алтын, 11 көмөш, 25 бронза миҙал.

Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенә етәкселек иткән арҙаҡлы замандашыбыҙ Юлай ҒӘЛИУЛЛИНды һәм еңеүсе ҡыҙыбыҙ Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНАны әңгәмәгә саҡырҙыҡ. Гөлгөнә килеп ингәнсе Юлай менән һөйләшеүҙе башлап ебәрҙек.

– Нисек йөрөп ҡайттығыҙ, Юлай?

– Әле бына саҡ ҡайтып төштөк. Юл еңел булды тип әйтә алмайым. Диңгеҙ 2400 метр бейеклектә урынлашҡан Ҡырсын йәйләүе. Бөтә саралар шунда үтте. Ҡан баҫымына был бик ныҡ тәьҫир итә, тын ала алмай өс көн самаһы йөрөлдө.

Килгән көндө парад булды, шунда ҡатнаштыҡ. Спорт кейемдәре таратһалар ҙа, милли кейемдә сыҡтыҡ. Нимә генә тимә, был – Күсмәндәр уйындары, шуға күрә халыҡ үҙенең милли йөҙөн күрһәтергә тейеш. Шул иҫәптән кейемендә лә. Хатта мин быны иң төп талаптарҙың береһе тип иҫәпләйем. Беҙ Башҡортостан байрағын күтәрҙек, ылаҡсылар Баймаҡ районы әләмен тотоп сыҡты хатта! Ылаҡ ярышында улар Рәсәй өсөн сығыш яһаны, әммә был Башҡортостандың да, илдең дә йыйылма командаһы түгел ине, ә тик Баймаҡ егеттәренән торған спортсылар.
Рәсәй йыйылма командаһы сос­тавында беҙҙән тыш Екатеринбург, Ҡалмыҡ, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Саха (Яҡут), Татарстан, Бүрәт төбәктәре­нән вәкилдәр ҡатнашты.

– Уҡсылар хаҡында һөйлә­шәйек әле?

– Уҡсылар ярышында 148 кеше ҡатнашты: 110 ир-егет, 38 ҡатын-ҡыҙ. 38 дәүләттән сығыш яһанылар, уларҙың һәр береһе – үҙҙәрендә чемпиондар. Алты кеше бөгөнгө чемпиондар ине, улар менән бер рәттән беҙ ҙә ярышҡа сыҡтыҡ. Биш номинацияла ярыштыҡ: ҡырғыҙ, төрөк, корея, һыбай уҡ атышы һәм венгр төрө – алыҫҡа уҡ атыу. Бөтә ярыштарҙа ла ярымфиналға һәм финалға сыҡтыҡ. Хөрмәт ағай Таһиров төрөк дисциплинаһы буйынса – етенсе, Рәйес Низаметдинов корея дисциплинаһында – дүртенсе, Лиана Иҡсанова ҡырғыҙ дисциплинаһы буйынса бишенсе урын яуланы.

– Тимәк, ҡатнашырға була?

– Эйе, беҙ ҙә шундай фекер­ҙәбеҙ. Күптән. Өс йыл ғына әле беҙҙең был хәрәкәткә, әммә фи­нал­ға тиклем сығып, уңыш ҡаҙан­дыҡ. Үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе күр­һәттек. Өмөт бар, ярышырға була. Башҡа командаларҙыҡы унар, ун бишәр йыл ата, күптәре ҙур спорттан килгән, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡомар ҙа, тырышлыҡ та, милли шөғөлдәргә һөйөү ҙә һис кәм түгел. Артыҡ булмаһа әле! Ике йылдан был уйындар Төркиәгә, шунан Сәғүд Ғәрәбстанына, артабан Баҡыға күсә.

Күсмәндәрҙең уйындарына Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев, Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган, Азербайжан Президенты Илһам Алиев килгәйне. Рәсәйҙән бары тик Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡына булды.

– Беҙҙә был төр уйындарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр кәрәктер?

– Дөрөҫөн әйткәндә, әле мөмкинлектәр самалы. Мәҫәлән, беҙ ҡыш көнө алыҫлыҡҡа ата алмайбыҙ. Күбеһенсә мәктәптәрҙең подвалында шөғөлләнәбеҙ, оҙонлоҡ – ун биш йәки егерме метр. Был бик яҡын арауыҡ. Беҙгә алыҫҡа атыуҙы ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҙур бина кәрәк. Әгәр ошо йүнәлештә үҫешәбеҙ тибеҙ икән, беҙгә, башҡорт милләте вәкилдәре­нә, күсмәндәрҙең вариҫтарына, милли уйындарҙы күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыу шарт. “Мәргән уҡсы”ға айырым ҙур бина кәрәк.

– Төрки донъяһы башҡорт­тарҙы нисек ҡабул итте?

– Бик яҡшы. Хатта иҫ киткес мөнәсәбәт булды. Ҡырғыҙҙар беҙҙе ныҡ үҙ итә. Рухи донъяға ҡараш яғынан да, һөйләшеү, ҡиәфәт буйынса ла беҙгә иң яҡындары улар. Ғалим булһынмы, шофермы, һатыу­сымы, беҙҙең ниндәй милләттән икәнде белеп ҡалһалар, шунда уҡ йылы мөнәсәбәт күрһәтәләр: “Баш­ҡорт – беҙҙең туғаныбыҙ!” – тиҙәр. Улар тарихтарын белә. Беҙҙең менән ҡыҙыҡһыналар, онотмаған­дар әле.

Тарихты белгән төрки ҡәрҙәш­тәребеҙ башҡорттоң ни тиклем ҡырылғанын яҡшы белә, шуға күрә бөгөн килеп милләтебеҙ вәкилдә­ренең яңынан араларында йөрө­үенә һоҡланыуын йәшермәй.

Ҡырғыҙҙар бик бай йәшәй тип әйтә алмайым, әммә улар – үҙ илендә солтан. Ерҙәрендә ныҡ баҫып торалар. Илдәре, телдәре, йолалары, ҡиәфәттәре, аттары бар – бик бәхетле халыҡ улар.

– Ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә бул­ғандыр әле төркиҙәр йыйылған ерҙә?

– Бер көн яҡуттар, ҡалмыҡтар, бүрәттәр беҙгә: “Әйҙәгеҙ, баш­ҡорттар, бергә һарыҡ һуйып ашайыҡ!” – тине. Рәсәй йыйылма командаһына ҡараған һәр төбәк вәкилдәре менән бергәләп үҙебеҙсә аралашып, фекерләшеп, боронғоса табын ҡорҙоҡ.

Ҡалмыҡтар менән юлда ла һөйләшеп килдек. Улар тарихты яҡшы белә. Беҙ – уларҙы, улар беҙҙе ҡырғанды, ваҡыты-ваҡыты менән ата-бабалар бер яҡта һуғышҡанды ла хәтерләп алдылар. Көслө милләт, әммә аҙая баралар. Әлеге лә баяғы эскелек халыҡты ҡыра бит, уларҙы ла был афәт урап үтмәгән.

Әңгәмәбеҙгә Гөлгөнә килеп ҡушылды.

– Хәлдәр нисек, Гөлгөнә?

– Яҡшы, Аллаға шөкөр, имен йөрөп ҡайттыҡ.

– Шул тиклем кейемең матур ине. Һинең янда уралғандыр инде бөтә камералар?

Гөлгөнә:
– Ҡырғыҙҙар фотоға төшөүҙе “тартыу” тип атай. Инде делегация­быҙ эргәһенән, ысынлап та, камералар ҙа, кешеләр ҙә өҙөлмәне. Беҙҙең турала лаҡаптар күбәйеп китте. Һоҡланып ҡарауҙарын, ихтирамлы мөнәсәбәт тойҙоҡ.

Юлай:
– “Сүрәткә тартыу” ти улар. Милли кейемдәр иғтибарҙы ныҡ йәлеп иткән. Аҙаҡ интернетҡа, иң шәп кейем ҡырғыҙҙарҙа һәм монголдарҙа булды, тип беҙҙең фотоны ҡуйғандар. Әммә, үҙебеҙҙе танытып, унда ла яҙып ҡуйҙыҡ.

Аҙаҡҡы көндә беҙ, ябылыу тантанаһына ҡалмайынса, Бешкәккә сығып киттек. Ҡырғыҙ уҡсылары үҙҙәре лә ойоштороу эштәре менән арыған бит инде: уларҙың күбеһе, бигерәк тә өлкәндәре, Бешкәккә ҡайтып бөткәйне. “Әгәр баш ҡалаға килһәгеҙ, беҙгә шылтыратығыҙ, ҡаршы алабыҙ!”– тигәс, бәйләнешкә сыҡтыҡ. Бер ресторанға алып барып, унда бәләкәй генә быуаһы ла бар, шунда форель тотоп, беҙҙе үҙҙәренең аштары менән һыйланылар.

Ҡырғыҙҙар беҙгә генә ана шундай ихтирам күрһәтте, хужаларҙан бындай мөнәсәбәт тойоу шул тиклем ҡыуаныслы булды. Бынан тыш, һәр беребеҙгә ҡалпаҡ бүләк иттеләр.

Уларҙың бар мөхите беҙҙеңсә. Бына йәйләүҙәрендә йөрөйһөң – хас үҙебеҙҙә һымаҡ. Төркиәлә улай түгел бит. Унда барыбер ниндәйҙер айырма һиҙелә, минеңсә. Ә ҡырғыҙ­ҙарҙың аттарына тиклем беҙҙекенә оҡшаған. Йыраҡтан ҡараһаң, башҡорттоҡо кеүек. Яҡыныраҡ барғас ҡына башҡа тоҡом икәне һиҙелә, әммә барыбер ныҡ оҡшаған.

Гөлгөнә:
– Хәтәр итеп ҡунаҡ итте лә ҡуйҙылар. Иҫ китмәле булды ул аралашыу. Аэропорттары алыҫ ҡына, шунда автобус яллап, беҙҙе оҙатып ҡуйып, туғандарса һаубуллаштылар.

Беҙҙең менталитет улар менән бер төрлө. Милли аштарҙы әйтеп тормайым: ҡорот, итле аш, ҡаҡ, бишбармаҡ. Кейем-һалым да яҡын. Тәржемәсеһеҙ бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ. Исемдәр ҙә бер төрлө.

– Ҡырғыҙҙарҙың бөркөтсө­лөккә башҡорттарҙан өйрәндек, тип яҙған тарихи сығанаҡтары бар бит?

Юлай:
– Эйе, һунарға бөркөт менән сығыу күренешен улар беҙҙән өйрәнгән. Баяғы аттар тураһындағы фекерҙе дауам итеп әйткәндә лә, мәҫәлән, башҡорт тоҡомлолар фән тарафынан өйрәнелгән, уларҙыҡы тураһында әле китаптар юҡ. Кем белә, бәлки, аттарыбыҙ ҙа бер тамырҙандыр.

– Гөлгөнә, һин нисек еңеп сыҡтың, шул хаҡта һөйлә әле?

Гөлгөнә:
– Дөрөҫөн әйткәндә, мине был ярышта ҡатнашырға Юлай ҡотортто. Үҙеңдә ниндәйҙер эшкә тәүәккәллек таба алмай торғанда, кемдеңдер ышаныс белдереүе ныҡ дәрт өҫтәй. Юлай миңә: “Сыҡ, ҡатнаш. Һин булдыраһың!” – тине. Башҡортостандан бер ҡасан да ҡатнашмағандар был төр ярыш буйынса. Оҫталыҡ дәрестәре алып, өйрәнеп, тәүәккәлләнем инде. Аллаға шөкөр, беҙгә уңыш йылмайҙы. Бәхет исемле ағай менән кәңәшләшеп эшләнем.

Юлай:
– Бәхет Ҡарнаҡбаев – донъяға билдәле бөркөтсө. Уны бөтә төрки донъяһы ғына түгел, итальян, һинд, ғәрәп халыҡтары ла белә. Атаҡлы бөркөт­сө. Ул күп кешеләр менән аралаша, милләтенә, диненә ҡарап тормай. Бына ошо ағай беҙгә иң беренсе бөркөтсөләрҙең баш­ҡорттар булыуын да айырым атап әйтте.

Гөлгөнә:
– Мин ҡырғыҙ егеттәренең бөркөттәрен ҡарап йөрөнөм. Нимә ашаталар, шуға тиклем иғтибар иттем. Ҡаҙаҡтарҙы күҙәттем. Улар тайған тоҡомло эттәр менән һунар ярышына әҙерләнә ине. Быларҙың барыһына ла иғтибар итеп, күңелем менән ошо төр ярышты яҡын ҡабул иттем. Автобустарға тейәлешеп ярыштарға барғанда ла тап ана шул һунарсылар янында булдыҡ. Бөркөттәрҙе, эттәрҙе алып машина­ларҙа йырлаша-йырлаша китеп ба­рабыҙ, тарих тураһында һөйләшәбеҙ...

– Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ, һуштарын алдың инде йырың менән дә?

Юлай:
– Гөлгөнә хәтәр йырланы унда.

Гөлгөнә:
– Миңә оҙон көйҙө башҡарған, ә Рәйес ағайға ҡурайы өсөн Ирандың Уҡсылар ойошмаһы үҙҙәренең алтын билдәһен бүләк итте. Беҙҙең егеттәр шул тиклем талантлы һәм отҡор булып сыҡты: тиҙ арала хәрби йырҙарыбыҙҙы бер-береһенән отоп алып, шунда уҡ башҡарҙылар. “Любезники, любизар”, “Шайморатов генерал”, “Ел, ерәнем” йырҙарын шундай дәрт, ҡомар менән йырланылар – автобуста барған бар халыҡ уларға ҡарап һоҡланды. Ысынлап та, делегациябыҙ бик матур ине.

Беҙҙең уҡсылар аҙ ғына арала әҙерләнде. Ҡайһы берәүҙәр утыҙлап йыл ошо шөғөл менән була. Ошо йәһәттән үҫешкән төбәктәр бар. Беҙҙең егеттәр ана шулар менән ярышты. Профессиональ булмаһа­лар ҙа, күп нәмәгә өлгәштеләр, нимә эшләнеп бөтөлмәгәнен, ҡайһы йүнәлештә үҫешергә кәрәклеген төшөндөләр. Был үҙе үк – ҙур ҡаҙаныш. Егеттәр сәмләнеп ҡайтты. Эштәр ошолайыраҡ барһа, ҙурыраҡ уңыштар йылмайыр ул.

Юлай:
– Бында беҙҙең “йондоҙ” булып күренеүебеҙ ихтимал, әммә тегендә барғас, әле мәктәп уҡыусыһы ғына икәнбеҙ, тип уйлайһың, үҫешергә кәрәклекте аңлайһың. Иң мөһиме – хәрәкәт бар, уҡтан атырға теләгән, оҫта атҡан егеттәр бар, был үҙе үк – үҫеш юлы. Берәй ике йылдан барыһын да еңәсәкбеҙ, Аллаһ бирһә.

Быйыл беҙ Төркиәгә лә барып ҡайтҡайныҡ. Унда ойоштороусы Илдар Абыҙгилдин да ҡатнаш­ҡайны. Ҡайтҡас, ныҡ сәмләнде, үҙе уҡтар эшләй башланы. Үҙебеҙҙә һуңғы ярышта 3-сө урын яуланы.

Гөлгөнә:
– Венгр ғалимы, антрополог Төрки халыҡтары ҡоролтайы рәйесе Андрош Биро беҙҙе килеп ҡотлап китте. Башҡортса һөйләшеп, һау­лыҡ һорашып, дуҫтарса мөнәсә­бәтен күрһәтте. Әйткәндәй, уны Башҡортостанда яҡшы беләләр.

– Киләһе ярыштарҙа уңышлы сығыш яһау өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

Юлай:
– Иң беренсе, әлбиттә, этноспорт төрҙәре буйынса Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында айырым шөғөлләнгән бүлек булһын ине ул. Бәлки, был йәһәттән комитет кәрәк­тер. Беҙ бит – Рәсәй составында булған төрки республика, үҙебеҙҙең йолаларыбыҙ, традиция­ларыбыҙ бар. Шуға күрә киләсәктә “Мәргән уҡсы”лар Республика халыҡ ижады үҙәге менән генә түгел, киңерәк масштабта эшләргә тейеш.

Гөлгөнә:
– Сарала Бөрйән уҡыусылары Бөрйән әләмен күтәреп йөрөнө. Татарстандан килгән делегация, мәҫәлән, уҡтан атыу буйынса өс миҙал алып ҡайтты.

Юлай:
– Улар – профессиональ спортсылар һәм “Татнефть арена”ла шөғөлләнәләр. Юл сығымдарын ҡаплағандар. Йәнә улар спорт яндары менән килгәйне, уның менән ярышырға ярамағас, киләһе самолет менән традицион этник яндарын, уҡтарын һалдылар. Улар аяҡтарында ныҡ баҫып тора. Тик шуныһы: йыйылма командаларында бер татар кешеһе юҡ. Ә беҙҙең Башҡортостандыҡы тик башҡорт егеттәренән, ҡыҙҙарынан тора. Рәсәй йыйылма командаһының йөҙөн билдәләгәндә лә беҙҙекеләр юғары кимәлен күрһәтте. Шуға күрә киләһе Күсмәндәр уйынында ҙур әҙерлек, дәүләтселегебеҙ ярҙамы менән ҡатнаша алһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Беҙ бит ошо республика­ның, Рәсәйҙең данын арттырабыҙ!

– Саранан һуң ниндәй тойғо ҡалды күңелдә?

Юлай:
– Беҙҙе таныйҙар, беләләр, иң мөһиме – онотмағандар. Халҡы­быҙҙы заман арбаһынан төшөрөп ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ!

Гөлгөнә:
– Оноторға мөмкин инеләр. Ата-бабабыҙ ышығына, данына ғына таянып йәшәргә кәрәкмәй, беҙ бөгөн арттырайыҡ башҡорт милләтенең данын! Бына шундай дәрт, сәм менән, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ҡайттыҡ.
Мәргән уҡсы

Юлай Ғәлиуллинға

Быуаттарҙы йырып боронғонан,
Мәргән уҡсы сыҡты атылып.
Әйтерһең дә, йәйә, керешендә
Заман ғәме тора тартылып.

Сыңлап осҡан уҡтың ауазында
Ишетелә дәүер тауышы.
Таң уянды аттар кешнәүенән,
Шаһит булды урман, тау ошо.

Ғәм уянды ҡәүем вариҫында,
Ғәскәр сәме ҡанда ҡайнаны.
Ил ҡеүәте, егет айбарлығы
Тишеп үтте ташлы ҡаяны.

Юҡ, йоҡламай халыҡ,
Ҡуҙлы күмер
Йөрәгендә уның һаҡлана.
Урал итәгендә, ана, күрсе
Мәргән уҡсы итә тантана!



Вернуться назад