Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың яңынан-яңы еңеүҙәр яулауы ошо хаҡта һөйләй.
Яңыраҡ Чебоксар ҡалаһында Волга буйы федераль округының дзюдо буйынса беренселегендә Октябрьский ҡалаһынан Айһылыу Хөснөтдинова (тренеры А. Потапов) 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бронза миҙал яуланы. Шулай уҡ Сыктывкар ҡалаһында үткән бокс буйынса бәйгелә 56 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көс һынашҡан Максим Зайцев та (тренерҙары В. Савкин һәм А. Савкин) өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.