Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һын 3:0 иҫәбенә еңеп баралар ине...
Быйылғы миҙгелдә үҙ боҙобоҙҙа тәүге осрашыуҙа отолорға һис ярамай. “Өфө-Арена”ға хоккейҙы һағынған көйәрмәндәр ҙә ашҡынып килгән.
Икенсе осор тамамланғанда “Салауат Юлаев” уйынсылары өс гол индергәйне инде. Өсөнсө осор башында ҡунаҡтар бер тапҡыр уңышҡа өлгәшкәс тә, күңелдә ҡурҡыу тойғоһо булманы әле. Етмәһә, капитаныбыҙ Антон Бурдасов йәнә шайба керетте.
Әммә матч аҙағында “Торпедо” тағы ике гол индерҙе. 4:3 – беҙҙең уйынға хәүеф янай түгелме? Ҡунаҡтар мөғжизә яһай алманы, өфөләр еңде!