Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң мәғлүмәт саралары республикабыҙҙы йышыраҡ телгә ала башланы.
Был хаҡта йәштәр мәшғүллегенә арналған I республика форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеп үтте.
– Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине. Бөгөн “Өфө” клубында уйнаусы спортсылар донъяның билдәле командаларына китә, яҡташтарыбыҙ Европа лигаһында ла сығыш яһаны. Теләк булһа, бөтәһенә лә өлгәшергә була, – тине ул.
Әйткәндәй, “Өфө” уйынсылары футболкаһында республика бренды Terra Bashkiria яҙыуы ла урынлаштырылған.