Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Ярославлдә “Локомотив” менән осрашты. Уйын ҡыҙыу барҙы. Беренсе осорҙа уҡ ике яҡтан да хоккейсылар матч аҙағынаса штраф алды.
Тәүге ун минутта юлаевсылар һөжүм артынан һөжүм итте. Һөҙөмтәлә иҫәп улар файҙаһына 2:0 булды. Ләкин артабан тиҙлек кәмене, хаталар йышайҙы. Бәлки, беҙҙең ҡапҡасылар алмашыныуы ла тәьҫир иткәндер. Ахырҙа икенсе осорға хужалар иҫәпте тигеҙләп, алға уҡ сығып китте. Өсөнсө осорҙа улар иһә ҡунаҡтарға тын алырға ла ирек бирмәне. 2:4 – өфөләр миҙгелдә беренсегә еңелде.