ҮҘЕ ҺЫЛЫУ, ҮҘЕ ҠЫЙЫУ, ҺАЙ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!07.09.2018
Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары уҙа

80 ил-ҡатнашыусы... 37 милли спорт төрө... 594 миҙал тупланмаһы... 2000 спортсы... Ошо көндәрҙә Ҡырғыҙстанда үткән III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша.

Һоҡланғыс Ысыҡкүл буйында өсөнсөгә ойошторолған сараның маҡсаты – күсмә халыҡтарҙың мәҙәниәтен, милли спорт төрҙәрен тергеҙеү һәм һаҡлау, шулай уҡ илдең туристик ҡеүәтен үҫтереү.

Тәүге көндәрҙә үк Башҡортостан вәкилдәре үҙҙәрен күрһәтте. Гуштини милли камарбанди – тажик көрәше. Унда 82 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев алтын миҙал яуланы. Ә Рәзил Шабиев бронза миҙал эйәһе булды.

“Ылаҡ” һыбай милли уйыны турнирында Рәсәйҙән бер түгел, дүрт команда теркәлгәйне. Шул иҫәптән республи­кабыҙҙың Баймаҡ районы егеттәре төркөмө лә. Улар француздарҙы 2:0 иҫәбенә еңһә, көслө үзбәктәрҙән 1:20 иҫәбенә отолдо. Һөҙөмтәлә 5-8-се урындарға ғына дәғүә итеү хоҡуғын алдылар.

Артабан горэш – төркмән көрәше мәле етте. 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә йәнә беҙҙекеләргә уңыш йылмайҙы. Был юлы Евгений Бикташев өсөнсө урынды алды.

Ә инде Ҡырсын тарлауығында салбуурун – һунар ҡоштары, эттәре менән һәм уҡ атыу буйынса ярыштар уҙҙы. Шуларҙың береһе – бөркөт менән һунар итеүҙә ҡатнашыусы ир-ат араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҙа булды. Ғорурланырлыҡ, ул – Башҡортостандан Гөлгөнә Баймырҙина! Турнир ҡағиҙәһе буйынса, йыртҡыс ҡош үҙенең табышын тиҙлеккә ауларға тейеш. Шуныһы һөйөнөслө: Гөлгөнә был ғәмәлдә икенсе урынды яуланы! Афарин!


Вернуться назад