1 сентябрҙә яңы уҡыу йылы ғына түгел, Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле лә башланды. Турнирҙы асыу матчында былтырғы Гагарин кубогы финалсылары “Аҡ Барыҫ” менән СКА осрашты. Чемпион 1:6 иҫәбенә еңелде.
Иртәгәһенә башҡа командалар старт алды, шул иҫәптән “Салауат Юлаев” та. Өфөләр Мәскәүҙә “Динамо” командаһы менән уйнаны. Әйткәндәй, хәйерһеҙ башланды ул. Беренсе осорҙа ҡапҡаға ингән шайбалар булмаһа ла, икенсеһендә хужалар 2:0 иҫәбе менән алға сыҡты. Бынан һуң ике яҡ та егерме минут тиерлек бер гол да индерә алманы. Матч шулай тамамланыр ҙа кеүек ине, ләкин яҡташтарыбыҙҙың ике тапҡыр күпселектә уйнауы ярҙам итте. Финал сиренаһына алты минут ҡалғас, юлаевсылар – тәүге, йәнә дүрт минуттан икенсе шайбаларын керетте. Иҫәп тигеҙ! Хәҙер овертайм! Өҫтәмә ваҡытта иһә Артем Сергеев беҙгә еңеү килтерҙе – 2:3.
Шуныһы ҡыуаныслы, беренсе тапҡыр Башҡортостан командаһы матчы барышын телевидениенан башҡорт телендә яҡтырттылар. Комментаторҙар Фәрүәз Рафиҡов менән Рәмил Урманшин ошо уңайҙан иғлан ителгән конкурста еңеп сыҡҡайны. Афарин, егеттәр!
Бөгөн “Салауат Юлаев” Череповец ҡалаһында “Северсталь” менән осраша. Был уйынды ла көйәрмәндәр “Ҡурай” телеканалында башҡортса ҡарай ала.