Еңһәң, өҫтәмә бүләк04.09.2018
Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия һәм Үҫмерҙәр уйындарында, чемпионаттарҙа, кубоктарҙа, донъя һәм Европа беренселектәрендә оло ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан спортсыларына матди бүләк тапшырыла.

Быйыл икенсе кварталда ошо маҡсатҡа республикала өс миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған ҡарарҙа шул турала белдерелә.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, матди дәртләндереү фехтование, грек-рим көрәше, уҡ атыу, һаңғырауҙар спорты (велоспорт), грэпплинг, пауэрлифтинг, шашка, тхэквондо, мотоцикл спорты, кикбоксинг кеүек спорт төрҙәре вәкилдәренә ҡағыла. Был спортсыларҙың һәм уларҙың тренерҙарының ҡаҙаныштарын дәртләндереүгә 20 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелә.



Вернуться назад