Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты. Быйыл сара дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Унда 10 илдән 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Программала 3, 10, 21,1 һәм 42,2 километрлыҡ дистанциялар, шулай уҡ 4х10 километрлыҡ эстафета һәм хендбайкерҙар – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың уҙышы ҡаралғайны.
– Спорт – һәр ваҡытта ла яҡшы күренеш, күмәкләп йүгереү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Мин Өфө марафонындағы дистанцияны тәүге тапҡыр йүгереп үттем. Барыһы кеүек үк тулҡынланам, сөнки был – үҙенә күрә, саҡырыу, адреналинды арттырыусы ғәмәл, – тине Рөстәм Хәмитов.
“Мәрхәмәт” хәйриә белем биреү фонды ойошторған акцияла Башҡортостан етәксеһе өс саҡрымлыҡ арауыҡты үтте.
– Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында йүгерә, ярышта ҡатнаша алмаған балаларға ярҙам итке килә. Мин дә, хәйриә фонды командаһы ла сарала ошо балалар өсөн ҡатнаша, – тине төбәк Башлығы. – Бынан тыш, интернетта аҡса йыйыу ойошторолдо. Атап әйткәндә, бөгөн ошонда килә алмаған ике малай өсөн тырыштыҡ. Улар күпселек ваҡытын өйҙәрендә үткәрә, ҡайһы саҡта “Мәрхәмәт” уҡыу үҙәгенә килә. Беҙ байтаҡ аҡса йыйҙыҡ, ул балаларға 1,5 йыл дауамында белем алыу өсөн етәсәк.
Республика Башлығы әйтеүенсә, физик культура менән даими шөғөлләнеү дистанцияны үтергә булышлыҡ итә.
– Иң мөһиме – һөҙөмтә түгел, ә ҡатнашыу. Спорт менән шөғөлләнгән, бер үк ваҡытта хәйриә эшенә бирелгән кешеләр бик күп, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфө марафонының үҙ тарихы бар. Унда меңдәрсә кешенең ҡатнашыуы ҡыуаныслы хәл. Өҫтәүенә, беҙгә башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Быларҙың барыһы ла ыңғай кәйеф тыуҙыра. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ. Иң мөһиме – марафонда ҡатнашҡандар мохтаждарға ярҙам күрһәтә.
Өфө халыҡ-ара марафоны Башҡортостандың баш ҡалаһында 2015 йылдан үткәрелә. Спорт форумы Рәсәйҙәге иң ҙур марафондар тиҫтәһенә, бөтә донъя буйынса йүгереүҙәр рәтендә халыҡ-ара календарға индерелгән. Марафондың халыҡ-ара сертификаты бар. Ул – Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы тарафынан ойошторолған Милли йүгереү хәрәкәте рейтингында.
Дүртенсе Өфө халыҡ-ара марафоны нигеҙендә “Мәрхәмәт” хәйриә белем биреү фонды #бегупомогу хәйриә акцияһы ойошторҙо. Проект нигеҙендә марафонда ҡатнашыусылар фондтың Балалар үҫеше үҙәгендә шөғөлләнеүселәргә уҡыу өсөн аҡса йыйыуҙа булышлыҡ итә. 2017 йылда йүгереүселәр дөйөм алғанда 304 километр юл үтеп, 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙы.