Быйылғы йәй Хәйбулла спортсылары өсөн уңышлы булды: әле бер ауылда уйын майҙансығы сафҡа инә, әле икенсеһендә асыҡ һауала тренажерҙар урынлаштырыла, ә район үҙәгендә күптән көтөлгән, яһалма япма менән түшәлгән өр-яңы спорт майҙаны сафҡа инде. Быларҙың барыһы ла “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы тормошҡа ашырылды.
Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан спорт объектының майҙан күләме – 28х56 метр. Дөйөм хаҡы – өс миллион 600 мең һумдан ашыу. Спорт майҙансығының төҙөлөшө республика Ауыл хужалығы министрлығы аша “2020 йылға тиклем Башҡортостан ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә финанслана. Шулай уҡ республика, район ҡаҙнаһынан, бағыусыларҙан һәм район үҙәге халҡынан аҡса туплана.
Яһалма япма экологик яҡтан барлыҡ талаптарға яуап бирә, ул халыҡ-ара донъя ярыштарында ла ҡулланыла. Мультиспорт өсөн тәғәйенләнгән заманса урын экологик йәһәттән хәүефһеҙ материал ҡулланылып төҙөлгән. Майҙансыҡтың өҫкө япмаһы полимер һеңдерелгән резинанан яһалған. Бындай йомшаҡ материал йәрәхәт алыуҙан һаҡлай. Төҙөүселәр спорт майҙансығын мини-футбол, баскетбол, волейбол һәм ҙур теннис уйындары өсөн һыҙаттар менән йыһазландырған. Теләһәң, футбол йә баскетбол уйна, шулай уҡ бында лаптасылар ҙа шөғөлләнә ала. Ҡышын хоккей уйнау һәм конькиҙа шыуыу өсөн мөмкинлектәр ҡаралған.
Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Ринат Мортаев әйтеүенсә, спорт объектында төбәк һәм республика ярыштарын үткәреү күҙ уңында тотола. Теләгән ваҡытта һәр кем бында шөғөлләнә, һаулығын нығыта ала.