Ағиҙелгә йән өрөп14.08.2018
Өфөлә Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эше ваҡытынан алда ғәмәлгә ашырылып килә. Республиканың баш ҡалаһын үҫтереү башланғыстарына арналған форумда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала әйтте.
Уның билдәләүенсә, объект төҙөлөшөнөң киләһе йыл аҙағына тамамланыуы ла ихтимал.
– Әле эксперименталь участка барлыҡҡа килде. Ул бик ҡыҙыҡлы, күркәм, хатта һоҡланғыс тип әйтер инем, – тине төбәк етәксеһе. – Төҙөлөш графиктан алда бара, уны 2020 йылда түгел, ә 2019 йылдың аҙағында тамамларға мөмкин. Бының өсөн ресурстар бүленгән.
Ағиҙел яры республиканың 100 йыллығына арналған юбилей объекттары исемлегенә индерелгәйне. Планға гидротехник ҡоролмалар, автомобиль юлы һалыу, биләмәне төҙөкләндереү инә. Участкаларҙың береһендә яр буйын йыһазландырыу дизайны тәҡдим ителә.