Тауҙай ҡеүәт өҫтәй “Ирәндек”14.08.2018
Тауҙай ҡеүәт өҫтәй “Ирәндек”Әбйәлилдә балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәте, уның мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре был бурыс­ты атҡарыуға ең һыҙғанып тотонған.

2012 йылда Магнитогорск пред­прия­тиеһының буш торған бинаһын юллап алып, бында республикабыҙ Хөкүмәте ярҙамында лагерь ойошторолдо. Йәмле Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан “Ирәндек”тә хәҙер бер миҙгелдә райондан ғына түгел, тотош республиканан меңдән ашыу бала ял итә, сәләмәтлеген нығыта, яңы уҡыу йылына көс туплай. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: лагерға бер ғаиләнән ике-өс кеше килгән осраҡтар байтаҡ, бындай хәлдә туғандар айырым бүлмәгә урынлаштырыла.
“Ирәндек”тә бассейн, тренажер залы, спорт майҙансыҡтары, стадион, тамашалар өсөн биләмә, китапхана бар. Ижад менән шөғөл­ләнгәндәр өсөн дә уңай мөмкинлек тыуҙырылған: әйҙә, рәхәтләнеп ял ит, һәләтеңде үҫтер, яңы дуҫтар тап!
Эш барышына килгәндә, смена башында һәр көндөң планы төҙөлә, экскурсиялар графигы билдәләнә. Лагерҙың үҙенсәлекле матур йолалары бар. Мәҫәлән, “Байыҡ”, “Йон­доҙ­ҙар ҡабыҙабыҙ”, “Ирәндек батыры”, “Ирәндек гүзәле” тигән конкурс­тар – һәр сменаның биҙәге.
Лагерҙың үҙ автобусы, ике “ГАЗель” микроавтобусы бар. Уларҙа бала­ларҙы Магнитогорск ҡалаһын­дағы аквапаркка, Үләнде күле буйындағы “Динопарк”ка, “Абҙаҡ” тау курортына, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған ауылы Күсемдәге музейына һәм башҡа урындарға йөрөтәләр.
Бында балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән, үҙҙәрен яҡшы ойоштороусы итеп танытҡан тәрбиәселәр тупланған. Эшкә ҡабул иткәндә етди һайлап алыу үткәрелә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе электән эшләй, араларында педагогик уҡыу йорттары студенттары ла бар. Быйыл тәрбиәселәр араһында егет­тәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө. Балалар ағайҙарын ихтирам итә, уларҙың һәр кәңәшен тота.
Бына ял итеүселәр яҡындарына концерт күрһәтеү алдынан мәж килә: кемдер бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай, икенселәр йыр башҡара, ҡул оҫталары иһә күргәҙмә әҙерләгән. Аҙаҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар, һәр ваҡыттағыса, ашнаҡсы апайҙары әҙерләгән тәмле аш-һыу менән кинәнәсәк. Әйткәндәй, улар йәшелсәнән, емеш-еләктән өҙөлмәй. Лагерҙа көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған, һәр корпуста йыуыныу өсөн душ бар, мунса яғыла.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад