Ҡандралар үрнәге08.08.2018
Туймазы районының Ҡандра ауылында Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө уңайынан флотта хеҙмәт иткән яҡташтар хөрмәтенә иҫтәлекле монумент ҡуйылды.

Ул урындағы Дан аллеяһын биҙәй. Төрлө йылдарҙа флотта хеҙмәт иткән ҡандралар һәйкәлде үҙ аҡсаһына ҡойған. Якорь һәм мәрмәр плитә рәүешендә эшләнеп, елкәнле карап граверланған монументта батша Петр Беренсенең “Морским судам быть...” тигән һүҙҙәре уйып яҙылған.
Тиҙҙән бындағы Хәрби дан музейында ла моряктарға бағышланған иҫтәлекле мөйөш барлыҡҡа киләсәк.


Вернуться назад