“Өфө” клубының Европалағы тәүге аҙымы31.07.2018
Белеүегеҙсә, “Өфө” футбол командаһы былтырғы миҙгел йомғаҡтары буйынса Европа лигаһына сыҡҡайны. Әле ул квалификация турнирында тәүге уйынын үткәрҙе. Дәғүәсеһе Словенияның “Домжале” клубы булды.
Баш ҡалабыҙҙа уҙған тәүге матчты 0:0 иҫәбенә тамамлап, “кеҫәбеҙгә” беренсе мәрәйҙе лә һалдыҡ. Тарихта башлап Европа кимәлендәге турнирға сығыу үҙе бер мәртәбә булһа, еңелмәүебеҙ тағы ла ҡыуаныс өҫтәне.
Әлбиттә, “Өфө”нөң уйын планы, нигеҙҙә, һаҡ һыҙығының көслөлөгө һәм һирәк-һаяҡ контрһөжүмгә күсеүҙән ғибәрәт. Юҡҡамы ни йыл һайын тиерлек ҡапҡасыларыбыҙ илдең иң яҡшы клубтарына күсеп бара. Әммә Европа кимәлендә сығыш яһар өсөн был ғына етмәй. Йәнә уйындың сағыулығы ла юғала, ә көйәрмәнгә тамаша кәрәк.
“Домжале” беҙҙекеләргә, ошо уҡ алымды ҡулланып, ныҡ ҡаршы торҙо. Һаҡ уйнанылар, ҡапыл контрһөжүмгә күсергә форсат бирмәнеләр. Тимәк, баш тренерыбыҙ Сергей Томаровҡа зиһенле, коллективтың уйынын оҫта ойоштора белгән футболсы – дирижер – табырға кәрәк.
Яуап матчы 2 августа Словенияның Домжале ҡалаһында уҙа. Яҡташтарыбыҙға уңыш һәм далан теләйбеҙ.
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Стадионда көйәрмәндәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы, осрашыу 11 меңдән ашыу футбол һөйөүсене бергә тупланы. Уйын әллә ни сағыу тәьҫораттар бүләк итмәне. Һөжүм итеүселәргә ҡарағанда һаҡсылар яҡшыраҡ эшләне. Әммә тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булды, тип әйтмәҫ инем, уйынсыларыбыҙ тырышты. Ә хаталар өҫтөндә етәкселек эшләр, тейешле һығымталар яһар һәм киләһе уйынды һөҙөмтәлерәк уҙғарыр, тип ышанғы килә.
Тағы ла бер нәмәне билдәләп үткем килә: уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән “Нефтсе” стадионы Рәсәйҙә уҙған донъя чемпионаты алдынан асылған спорт ҡоролмалары менән сағыштырырлыҡ түгел. Беҙгә яңы, заманса арена кәрәк. Ул урынлашыуы, уңайлыҡтары менән миллионлы ҡала һәм “Өфө” кеүек команда талаптарына тулыһынса яуап бирергә тейеш. Киләсәктә клубтың үҫеше һәм уңыштары был ниәтте тормошҡа ашырыуға нигеҙ булыр, тип ышанам.