Үтте лә китте был матур мәл24.07.2018
Үтте лә китте был матур мәлФутбол буйынса халыҡ-ара футбол федерацияһы президенты Джанни Инфантино яңы ғына Рәсәйҙә уҙған беренселекте тарихта иң яҡшыһы тип атаны.
– Мин был турала күп һөйләнем, – тине ул үҙенең һуңғы матбуғат конференцияһында. – Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт: футболсыларға, тренерҙарға, судьяларға, Президент Путинға, айырым Рәсәй халҡына. Һеҙҙең асыҡ йөрәгегеҙ һәм ихлас йылмайыуығыҙ был чемпионатты яҡтыртты. Беҙ футбол менән йәшәнек, иң төп ҡатнашыусы ул булды.
Ысынлап та, стадиондар матчтарҙа 98 процентҡа халыҡ менән тулғайны, миллиондан ашыу көйәрмән килде, телевизор аша өс миллиард тамашасы уйындарҙы ҡараны. Финал осрашыуы барышын иһә бер миллиард кеше күҙәтте. Фанат зоналарында булып киткәндәр һаны ете миллионға етте. Тәүгә VAR системаһы (арбитрҙарға видеоярҙам) индерелеп, уңышлы эшләне. Бер генә ыңғай допинг анализы ла булманы. Матчтар һөҙөмтәле һәм сағыу барҙы, бер генә тапҡыр ҡапҡаға бер гол да инмәне. Инфраструктура, стадиондар, аэропорттар эшмәкәрлеге – барыһы ла яҡшы ойошторолдо.


Футбол һәм сәйәсәт

Кемгә байрам, ә кемгә... Рәсәй влас­та­ры өсөн был донъя чемпионаты милли командабыҙҙың һәм ҡунаҡтарҙың уйынын күҙәтеп ләззәтләнеү мөмкинлеге генә түгел, ә сара айҡанлы илгә килгән сит ил лидерҙары менән күрешеү форсаты ла ине. Ошо бер ай эсендә Президент Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Катар, Төньяҡ Корея һәм Көньяҡ Корея, Франция һәм Португалия, Хорватия һәм Венгрия, Израиль һәм Палестина етәк­се­ләре менән егермеләгән осрашыу үткәрҙе. Шулай уҡ ул Көньяҡ Американың Парагвай, Панама, Африканың Сенегал, Судан, Габон, яҡын сит илдәр Ҡырғыҙ­стан, Молдова вәкилдәре менән әңгә­мәләште. Ил башлығы Европа сове­тының, Берләшкән Милләттәр Ойошма­һының генераль секретарҙарын, Халыҡ-ара олимпия комитеты президентын ҡабул итте, Испания һәм Бельгия корол­дәре менән телефон аша аралашты.
Ошондай уҡ мөмкинлектән Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев та файҙаланды. Ул Хорватия президенты менән айырым осрашып һөйләште.
Өҫтәүенә бәғзе бер илдәр башлыҡтары уларҙың командаһы төркөм уйындарында уңышһыҙ сығыш яһап, ҡайтып китергә мәжбүр булыу сәбәпле, Рәсәйгә килеп өлгөрмәне. Атап әйткәндә, Германия канцлеры Ангела Меркель плей-офф матчтарына рәхим итмәксе ине, тик немец футболсылары уның өмөтөн аҡламаны. Рәсәй ере сит ил лидерҙарының үҙ-ара танышыу, осрашыу майҙаны ла булды. Мәҫәлән, тап беҙҙә Азербайжан президенты менән Әрмәнстандың яңы премьер-министры тәүгә күреште.
Ә бит оло футбол байрамы башлан­ғансы, ҡайһы бер сит илдәр, бигерәк тә Бөйөк Британия Рәсәйҙә уҙасаҡ донъя чемпионатын инҡар итергә саҡырғайны. Хатта был илдең киң мәғлүмәт саралары үҙҙәренең граждандарына илебеҙ тураһында кеше ышанмаҫлыҡ ғәйбәт таратыуҙан да тартынманы, көйәрмәндәр­ҙе асыҡтан-асыҡ ҡурҡытты. Уға Австралия, Исландия, Швеция, Польша, Дания, Япония ла ҡушылды. Шулай ҙа япон принцессаһы Хисако Такамадо ҡунаҡҡа килде. Бындай хәл һуңғы 102 йылда тәүгә булды. Донъя беренселеге башланыу менән Швеция ла бойкот ойоштороу уйынан баш тартты.
Һөҙөмтәлә футбол буйынса планета чемпионаты дуҫлыҡ күперҙәре һалыу һәм нығытыу урынына, дипломатия майҙансығына әүерелде. Ул Рәсәйҙең донъяла халыҡ-ара гарант сүрәтендә бөтәһе менән дә ғәҙел партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға ынтылыуын күрһәтте.

Хәүефһеҙлек саралары

Үтте лә китте был матур мәлБыл футбол беренселеге тарихҡа иң хәүефһеҙ сара булараҡ та инеп ҡаласаҡ. Хоҡуҡ боҙоуҙар бик әҙ күләмдә теркәлде. Илебеҙ тәртип һаҡсылары сит илдәге хеҙмәттәштәре менән тығыҙ бәйләнештә эш итте. Мәҫәлән, илдең Эске эштәр министрлығы Домодедово аэропортында асылған Халыҡ-ара полиция үҙәге менән берлектә чемпионатҡа махсус рәүештә кеше таларға килгән күп милләтле “кеҫә бурҙары”н тотто.
Әлбиттә, ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр тыуманы түгел. Сит ил көйәрмәндәре шәхси әйберҙәрен юғалтҡан осраҡтар булды. Әммә йыш ҡына уларға документтарын, хатта футбол матчтарына билеттарын табып, кире ҡайтарып бир­ҙеләр. Аҡсаһыҙ ҡалған туристарҙы ябай ватандаштарыбыҙ үҙҙәренең йортона алып ҡайтып, түшәк-ризыҡ бүлеште. Ҡайһы бер ҡунаҡтар үҙҙәре лә тәртип боҙоуҙа фашланды. Мәҫәлән, инглиз көйәрмәне Мәскәүҙә “Спартак” стадионы янындағы футболсы Федор Черенков һәйкәлендә “Англия” тигән яҙыу ҡалдырған. Ҡала суды уға өс мең һум штраф һалды, ир-егет был ҡылығы өсөн ғәфү үтенде.
Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булды. Полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәрһеҙ юғалған сит ил көйәрмәнен эҙләргә тура килде. Ике көн ҡайҙалыр байрам итеп йөрөгән ирҙе Мәскәүҙәге бер ҡунаҡхананан табып алғандар.

Туристар ағымы

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бер ай эсендә футбол матчтары уҙған ҡалаларҙа биш миллион тирәһе турист теркәлде, шуның 2,9 миллионы – сит илдән. Улар айырыуса Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларында күп булды. Бәләкәй ҡалалар иһә бығаса күрелмәгән туристар ағымын тойҙо. Мәҫәлән, Мордва Республика­һының баш ҡалаһы Саранскиҙа был һан ғәҙәттәгенән 1678 процент тәшкил итте!
Ҡунаҡханалар ҙа буш торманы. Екатеринбург менән Калининград отелдәре – 97, Мәскәүҙеке 98 процентҡа тулһа, шул уҡ Саранскиҙа бер буш урын да табырлыҡ түгел ине.
Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт тигәндәй, хаҡтар ҡырҡа артып китһә лә, туристар сувенирҙарға, аҙыҡ-түлеккә байтаҡ аҡса түкте. Был да ил иҡтисадына өлөш индерҙе. Уртаса алғанда, һәр кем 500-3000 доллар тотонған. Иң йомарты Ҡытай вәкилдәре булып сыҡты.
Татарстанда туристарҙан 11,2 миллиард һум табыш алынған. Был һәр бер ҡунаҡ уртаса 37 мең һумын ҡалдырған тигән һүҙ. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, алты тапҡырға күберәк! Түбәнге Новгород өлкәһе эшҡыуарҙары өҫтәмә 10 миллиард һум аҡса эшләгән. Калининград, Санкт-Петербург ҡала­ларында ла туристар ағымы ике-өс тапҡырға артҡан. Бығаса Сочи ресто­рандарындағы урындарҙың өстән бер өлөшө буш торһа, чемпионат көндәрендә улар тулы булған.
Футбол буйынса донъя чемпионатынан һуң илгә киләсәк туристар һаны 14-18 процентҡа артыр тип күҙаллана.

Иң төп күрһәткес – баш ҡала

Чемпионат барған бер ай эсендә Мәскәүгә өс миллион турист килгән. Шуның яртыһы – алыҫ сит илдәрҙән. Иң күп ҡунаҡтар Ҡытайҙан, Америка Ҡушма Штаттарынан, Германиянан, Франциянан, Нидерландтан булған. Баш ҡалалағы Воробьев тауҙарындағы фанат зонаһына 1 миллион 660 мең кеше рәхим иткән. Бер юлы иң күп халыҡ һаны – 167 мең! – Рәсәй менән Хорватия йыйылма командалары уйнаған ваҡытта теркәлгән.
Көйәрмәндәрҙең күплеге Мәскәүҙең транспорт эшмәкәрлегенә артыҡ көс төшөрмәгән. Әлбиттә, стадиондар тирә­һен­дә урыны-урыны менән йөрөү ауыр­лашҡан осорҙар ҙа булған. Иң популяр транспорт төрө – метро. Сит ил ҡунаҡ­тары уның менән һоҡланыуын белдергән, хатта станциялар буйлап экскурсияларҙа йөрөгән. Етмәһә, 1896 поезд вагонында 8720 экранда матчтарҙан тура тапшы­рыуҙар ҡарарға, электрон гаджеттарға энергия йыйҙырырға була ине. Метро эше төнгө сәғәт 3-кәсә оҙайтылды.

Төбәктәр танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе

Белеүегеҙсә, чемпионат 11 ҡалалағы 12 стадионда барҙы. Төбәктәрҙә яңы ҡунаҡханалар, ареналар ғына барлыҡҡа килмәне, вокзалдар-аэропорттар төҙөк­лән­дерелде. Волгоградта Мамаев ҡур­ға­нынан алыҫ түгел яр буйы байрамса төҫ алды, Түбәнге Новгородта метроның сираттағы станцияһы сафҡа инде, Дон­дағы Ростовта өр-яңы аэропорт эшләй башланы, Һамарҙа тағы бер йәйәүлеләр урамы барлыҡҡа килде. Элегерәк оло спорт байрамдары уҙған Сочи һәм Ҡазан ҡалалары етәкселегенә был юҫыҡта еңелерәк булды.
Әлбиттә, бөтәһен дә алдан хәстәрләү мөмкин түгел. Теге йә был ғәҙәттән тыш хәл тыуып ҡына торҙо. Волгоградты себен-серәкәй баҫты, Түбәнге Новгородта хорват көйәрмәндәре юл уртаһында тәрән соҡор табып, шунда фотоға төштө, сит ил ҡунаҡтары был ҡаланы Бөйөк Новгород менән, йә Дондағы Ростовты Бөйөк Ростов менән бутаны. Иң ҡыҙығы – финал матчынан һуң чемпион булған француз командаһын бүләкләгәндә ҡойма ямғыр башланыуы. Ил президенттары, ҡул­са­тыр­ҙар алып килгәнсә, лысма һыу булды.
Ошо бер ай эсендә булдырылған бәйләнештәр киләсәктә үҙ-ара иҡтисади киңлектә лә яйға һалыныр, нығыныр тип ышаналар. Серб һәм испан йүнселдәре Рига менән Вильнюста күптән эш алып бара бит, ниңә күрше генә ятҡан Калининградҡа ла иғтибар итмәҫкә? Саранскиҙа Японияға өмөт бағлайҙар, япон принцессаһы уларҙың ҡалаһына ихтирам күрһәтте бит.

Рәсәйҙең мәҙәни һәм кеше байлығы

Үтте лә китте был матур мәлЧемпионат ҡунаҡтары бер һүҙҙән илебеҙ халҡының ҡунаҡсыллығын, уның асыҡ йөрәген һәм ихлас йөҙөн билдәләне. Айырыуса Бөйөк Британия көйәрмәндәре беҙҙәге ысынбарлыҡҡа, халҡыбыҙҙың киң күңеллелегенә хайран ҡалды. Уларҙы бит көнө-төнө телевизор-радионан, гәзит-журналдарҙан “Рәсәйҙәге ҡот осҡос ваҡиғалар” менән ҡурҡытҡандар. Йәнәһе, беҙҙә полиция хеҙмәткәрҙәре бер сәбәпһеҙ ҡулға ала, магазиндарҙа йүнле аҙыҡ-түлек юҡ, урам тулы асарбаҡ, хулигандар, кешеләр уҫал, климат ҡырыҫ, һауа торошо һыуыҡ...
Ҡунаҡтар өсөн махсус экскурсия маршруттары булдырылды. Музейҙар эшләне. Третьяков галереяһына бушлай индерҙеләр, Дәүләт тарихи музейына – 30 процентлыҡ ташлама менән. 40 мең турист ошо мөмкинлектән файҙаланды. Бөтә урында ла сит телдәрҙе белгән гидтар һәм ирекмәндәр эшләне.
Урындарҙа миллилек менән ғәжәплән­дерҙеләр. Түбәнге Новгородта матрешка, хохлома уйынсығы тәҡдим итһәләр, Мәскәүҙә – кокошник, ҡолаҡсын бүрек, Ҡазанда – сәксәк, өсбосмаҡ, бәрәмәс.
Донъя йондоҙҙары концерты ла йыш ойошторолдо. Валерий Гергиев, Пласидо Доминго, Анна Нетребко, Юсиф Эйвазов, Аида Ғарифуллина, Денис Мацуев, Робин Уильямс, Уилл Смит... Шуныһы һөйөнөс­лө, был исемлектә беҙҙең яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов та бар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, сит ил халыҡ­тары Рәсәйҙең күп милләтле ғәжәйеп бай мәҙәниәте һәм тарихы менән танышты. Күптәре, һоҡланыуын белдереп, киләсәктә тағы ла беҙгә сәйәхәткә киләсәген йәшермәне.

Тәжрибә уртаҡлашыу

Бөтә футбол саралары ла бер-береһенә оҡшаш. Шул уҡ ваҡытта һәр береһе алдағыһынан айырылып тора. Рәсәйҙәге беренселектә был тәүге көндә үк күренде. Илебеҙ ир-егеттәре Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен 5:0 иҫәбенә ҡыйратты. Турнирҙың иң көсһөҙ (ФИФА рейтингында 70-се урында) торған хужалар командаһы шулай яҡшы старт алһын әле! Ә бит Италия, Голландия, Чили, Америка Ҡушма Штаттары кеүек көслө футбол коллективтары был сараға эләгә лә алманы.
Беренсе осрашыу яңылышлыҡ, аңлашылмаусанлыҡ кеүек күренде. “Ярай инде, хужаларға бер байрам булды”, – тиеүселәр ҙә табылды. Әммә Рәсәй уйынсылары артабан да барыһын аптыратып, рейтингта 45-се урында урынлашҡан Египет командаһын еңеүгә өлгәште (3:1). Уның составында донъяла иң көслө һаналған быйылғы Англия чемпиона­тының иң яҡшы уйынсыһы Мөхәмәт Сәләх булыуына ҡарамаҫтан. Бында ла әсе теллеләр: “Сәләх йәрәхәт алғандан һуң төҙәлеп бөтмәне”, – тип аҡланды. Өсөнсө бер нимә лә хәл итмәгән матчта Уругвай футболсыларынан 0:3 иҫәбенә отолғас, “әһә, шулай булыры билдәле ине” тигән фекерҙәр ишетелде. Ләкин артабан сирекфиналдан ғали йәнәптәре испандарҙы бәреп сығарғас, Рәсәй командаһы көсөнә, беҙҙең илдә лә футболдың үҫешеүенә барыһы ла ышанды. Ә инде артабан хорваттарға матч һуңында пенальти тибеү буйынса ғына еңелгәс, хатта миҙалға дәғүә итерлек булғаныбыҙҙа берәү ҙә икеләнмәне.
Уйында йөҙөбөҙ ҡыҙарманы. Чемпионатты ойоштороуҙа ла бик яҡшы һөҙөмтә­ләргә өлгәштек. 2022 йылда Катарҙа уҙасаҡ беренселек хужалары илебеҙгә 80 кешелек делегация ебәргәйне. Улар ҙа беҙҙең тәжрибәне, атап әйткәндә, Fan ID системаһын ҡулланасағын белдерҙе. Ул шунан ғибәрәт ине: илгә килгән 1,8 миллион турисҡа көйәрмән паспорты буйынса Рәсәйгә визаһыҙ инеү мөмкинлеге бирелгәйне. Улар ил буйлап поездарҙа ла бушлай йөрөнө. Ҡайһы бер урындарҙа был документ буйынса төрлө хеҙмәттәр­ҙән ташлама менән файҙаландылар.
Ҡыҫҡаһы, Донъя чемпионаты юғары кимәлдә уҙҙы, матчтар оло низағтарһыҙ, ғәҙел үтте. Футбол байрамы бөтә ҡунаҡтарға ла оҡшаны. Сит ил кешеләре Рәсәйҙе бөтөнләй башҡа яҡтан асты. Илебеҙ көйәрмәндәре лә команданың уңышынан ҡәнәғәт ҡалды.
Ә хәҙер байрам тамам, тормош дауам итә. Илде, халыҡты көндәлек мәшәҡәттәр көтә. Хеҙмәткә, уҡыуға!

Владимир ПУТИН:
– Рәсәйҙә Донъя чемпионаты тамамлана. Беҙ был һоҡланғыс спорт төрөн һөйөүселәр өсөн башҡарған эшебеҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙ, бөтә илебеҙ футбол, бар донъянан килгән көйәрмәндәр менән аралашыуҙан ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙек.


Вернуться назад