Бер-ике, бейе-бейе!24.07.2018
Бер-ике, бейе-бейе!Башҡортостандың баш ҡалаһында “Аҡбуҙат” ипподромында ат спорты буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Был төшөнсәгә күп йүнәлеш ҡарай: сабыш, конкур, джигитовка, драйвинг, скиджоринг, милли күренештәрҙән ҡыҙ ҡыуыу, ылаҡ... Өфөлә иһә “выездка” буйынса ярыш булды.

“Выездка”ла аттан көс-ҡеүәт тә, тиҙлек тә талап ителмәй. Иң төп шарт – уның тыныс, тыңлаусан булыуы, хәрәкәттәрҙе талғын, шыма башҡарыуы. Ҡарар күҙгә, һыбайлы мал өҫтөндә тик ултыра, уның менән идара итмәй, ә ат үҙенән-үҙе музыкаға бейей, тояҡтары менән фигуралар, пируэттар яһай кеүек. Ысынында иһә уны ябай бер элементты башҡарырға өйрәтеү ҙә ғәйәт күп көс, сыҙамлыҡ талап итә.
Һыбай йөрөүҙең юғары оҫ­талығында республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә спортсылар ҡатнашты. Баһалама ағзалары һәр бер хәрәкәттең дөрөҫ яһалыуын тикшереп ултырҙы. Турнирҙа ганновер, орлов тоҡомло юртаҡтар көс һынашты.
Ярышта айырыуса яҡташ­та­рыбыҙ, Кемеров, Һамар өлкәләре вәкилдәре яҡшы сығыш яһаны. Үҫмерҙәр араһында алтын миҙалды Мәләүез спортсыһы Лидия Чурова, көмөш миҙалды Өфөнән Вероника Антонова яуланы, бронзаға Мәләүездән Анастасия Целищева лайыҡ булды. Йәштәрҙән баш ҡала ҡыҙы Валерия Корнилова еңеп сыҡты. Элина Хафизова – өсөнсө урында. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе-икенсе урындарҙа – Өфөнән Эльвира Ғатина менән Валерия Комкова.


Вернуться назад