87 миллион һум кемгә?24.07.2018
87 миллион һум кемгә?Июль уртаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә республикала спортты үҫтереү программаларын төҙөү һәм тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтте. Унда Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы вәкилдәре, спорт федерациялары етәкселәре ҡатнашты.


Ултырышта федерациялар эшмә­кәр­леген ойоштороу, уларға дәүләт ярҙамы бүлеү, халыҡты күмәк спортҡа ылыҡтырыу, профессиональ спортсыларҙың юғары һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкинлектәренә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Рөстәм Мәр­ҙәнов белдереүенсә, ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһының 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы” шул иҫәптән төбәктә физик культураның һәм спорттың үҫешен дә күҙ уңында тота. Был йүнәлештә беҙ иң шәп ун ил төбәге рәтенә баҫырға бурыс­лыбыҙ. Атап әйткәндә, ошо мәлгә даими спорт-физкультура менән шөғөлләнгән халыҡ һанын әлеге 35 проценттан 80-гә еткереү күҙаллана. Шулай уҡ спорт инфраструктураһын да яҡшыртырға кәрәк.
– Республика халҡы тулыһынса спорт ҡоролмалары менән тәьмин ителергә тейеш. Башта күмәк спортты үҫтерер өсөн шарттар тыуҙырыу зарур, – тине Рөстәм Хәбиб улы.
Төбәк федерацияларының айырым спорт төрҙәрен үҫтереү программалары нигеҙендә ошондай бурыстар ята. Аныҡ тармаҡҡа дәүләт ярҙамы ла шуға ярашлы алып барыласаҡ. Бығаса башҡарылған эш һөҙөмтәләренән сығып, был юҫыҡта иң көнүҙәк спорт төрҙәре билдәләнде. Быйыл, Хөкүмәт бойороғона ярашлы, өҫтәмә рәүештә 87 миллион һум аҡса бүленә. Ул 23 спорт төрөн финанс­лауға тотоноласаҡ: бадминтон, биатлон, бобслей, бокс, велосипед спорты, тау саңғыһы спорты, байдарка һәм каноэла ишеү, еңел атлетика, саңғы икеалышы, йөҙөү, сноуборд, заманса бишалыш, көрәш, теннис, ауыр атлетика, фехтование һәм башҡалар. Өҫтәмә субсидия аҡсаһы рәсми спорт сараларын ойоштороуға, спортсылар әҙерләүгә, спорт йыһаздары һәм ҡоралдары һатып алыуға йүнәлтеләсәк.


Вернуться назад