Хуш, футбол!18.07.2018
Рәсәйҙәге Футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Финалда ике иң көслө команда – Франция менән Хорватия уйнаны. Француздар чемпион исемен яуланы.
Тәүгеләре иҫәпте асты. Унан һуң да уйын ебен ҡулдан ысҡындырманылар. Хорваттар тырышып ҡараны, ләкин бәхет йылмайманы. Һөҙөмтәлә 4:2 иҫәбе менән француздар еңде.
Матч һуңынан ҡатнашыусыларҙы Рәсәй, Франция, Хорватия президенттары тәбрикләп, миҙалдар тапшырҙы. Турнирҙың иң шәп уйынсыһы тип хорват Лука Модрич танылды. Франциянан 19 йәшлек яңы “йондоҙ” Килиан Мбаппе – иң яҡшы йәш уйынсы. Шуныһы ҡыҙыҡ, бығаса француздар 1998 йылда тәүгә чемпион исемен яулағанда ул тыумаған да була әле.
Илебеҙ Донъя чемпионатын бик һәйбәт ойошторҙо. Быны Халыҡ-ара футбол федерацияһы президенты ла, уйынсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә бер һүҙҙән билдәләне. Ни әйтәһең, афарин, Рәсәй!