Өфөлә “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетболы лигаһы чемпионатының супер финалы тамамланды.
“Өфө-Арена” боҙ һарайында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Барыһы ла тын алмай тиерлек чемпионаттың финал ярышын күҙәтә. Тәүҙә ҡыҙҙар алышты — Силәбенең “Драгонс”ы менән Иркутскиҙың “Байкал”ы. Уйын башынан уҡ үҙҙәренең таһыллығы менән айырылып торған Силәбе һылыуҙары дәғүәселәрен еңеп ҡуйҙы. Шулай итеп, тиҙҙән Төркиәлә үтәсәк ярышҡа улар юлланасаҡ.
Егеттәр араһында төп бүләк өсөн Новосибирск ҡалаһының “Исток” командаһы менән Өфөнөң “Шоңҡар”ы көс һынашты. Ике команда уйынсылары ла сос, көслө күренә. Әле теге, әле был команда яғында мәрәйҙәр өҫтәлеп кенә тора. Шуға ла ярыш аҙағына ҡәҙәр ҡайһы команданың еңерен күҙаллау мөмкин түгел. Һуңғы минуттар хәлде асыҡланы — өфөләрҙе Новосибирск егеттәре ике мәрәйгә өҫтөнлөк менән еңде. Төркиәгә улар китә.
Еңеүселәрҙе ҡотларға танылған спортсылар, дәүләт эшмәкәрҙәре лә килгәйне. Улар араһында олимпия чемпионы, танылған баскетболсы Сергей Белов, хоккей буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Ирек Ғимаев, Рәсәй һәм Белоруссия союздаш дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота бар ине.
Һуңынан олимпия чемпиондары, етәкселәр менән уҡыусылар араһындағы ярыш та йәнле барҙы. Матчта спорт йондоҙҙары еңде.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов чемпионатҡа йыйылыусыларҙы ҡотлап, республиканың ҙур спорт сараларына әҙерләнеүе хаҡында һөйләне.
— Был ваҡиға бөтәбеҙ өсөн дә оло байрам, — тине ул. — Беҙҙең республика һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булыуы менән айырыла. Ҡунаҡтарыбыҙ өсөн беренсе урынды ла йәлләмәнек. Ә киләһе ярышта беҙ ҙә чемпион буласағыбыҙға ышанабыҙ.
Әйткәндәй, “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лига ярышы бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Быйылғы чемпионатта илдең 50 төбәгенән бөтәһе 16 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Өфөлә иһә үҙҙәренең төбәктәрендә еңеп сыҡҡан иң яҡшы 16 үҫмерҙәр һәм 16 ҡыҙҙар командаһы көс һынашты.
И. ХАҠОВ.