Әкиәтме? Юҡ, ысын!03.07.2018
Рәсәй футболсылары – сирекфиналда! Был шатлыҡлы хәлде берәү ҙә көтмәгәйне. Ә ошоға ышанғандарға диуана тип ҡаранылар. Күпселек “отолһаҡ та, лайыҡлы еңелһәк ине” тип теләне. Әммә ир-егеттәребеҙ әкиәтте ысынбарлыҡ итте.

1 июль кисе ил көйәрмән­дәре хәтерендә иң яҡты биттәрҙең береһе булып уйылып ҡаласаҡ. Был матур көндә ватандаштарыбыҙ Донъя чемпио­натының сирекфиналына сығыу өсөн уйнаған матчта испандарҙы еңеүгә өлгәште. Ғүмерҙә булмаған хәл: беҙ планеталағы иң яҡшы һигеҙ команда иҫәбенә индек!
Осрашыу хәйерһеҙ башланды. Ҡунаҡтарҙың типкән тубы, майҙансыҡта көрмәкләшкән уйынсыларҙан тап беҙҙең Сергей Игнашевичтың аяғынан ҡаҡлығып, ҡапҡабыҙға осто. Автогол! Команда, уйынсы өсөн ошонан да ҡыйыныраҡ осраҡ юҡтыр ул. Артабан ни булыр? Был хәл рәсәйҙәрҙең ынтылышын һындырмаҫмы? Етмәһә, башлыса испандар һөжүм итә...
Бәхеткә күрә, беҙгә лә уңыш йылмайҙы. Ҡаршы яҡтың штраф майҙансығында уларҙың уйынсыһының ҡулына туп тейҙе. Ә был инде ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына пенальти билдәләүгә ныҡлы нигеҙ. Артем Дзюба яҙа типмәне – 1:1!
Йәшәйбеҙ икән... Рәсәй көйәрмәндәре күңелендә аҙ-маҙ өмөт сатҡылары тоҡанды. Шулай ҙа ҡыуанырға әле иртәрәк, туп гел генә тиерлек ҡунаҡтарҙа. Матч аҙағында ҡапҡабыҙ янында бер нисә бик хәүефле осраҡ тыуҙы, ләкин ҡапҡасыбыҙ Игорь Акинфеев һәм команданың барлыҡ ағзалары ла оҫта һаҡланды.
Икенсе тайм да тигеҙ иҫәпкә тамамланды. Өҫтәмә ике тайм да еңеүсене асыҡламаны. Эш пенальти тибеүгә тиклем барып етте. Кем оҫтараҡ, кем даланлыраҡ булыр? Стадиондағы, телевизор алдындағы халыҡ тынып ҡалды. Тупты типкән һайын ике яҡ та гол индерә бара... Һуңғы мәлдәр, һуңғы мөмкинлектәр... Афарин, Акинфеев! Бер тупты кире ҡаҡлыҡтырҙы. Хәҙер быныһын да тотһа, уйын тамамланды тигән һүҙ... Әйтерһең дә, ҡапҡасыбыҙ ошо теләкте ишетте: һуңғы туп уның аяғына тейеп, һауаға осто. Беҙ еңдек! Ең-дек!
Хәҙер 7 июлдә Сочи ҡалаһында Рәсәй футболсылары хорват спортсылары менән ярымфиналға сығыу хоҡуғы өсөн көрәшәсәк. Бер көн алда Түбәнге Новгородта Франция һәм Уругвай командалары уйнай. Ҡалған парҙар бөгөн кис билдәләнеп бөтәсәк.



Вернуться назад