Күктән ергә төштөк...27.06.2018
Илебеҙҙә барған Футбол буйынса донъя чемпионатында хәл иткес уйындар мәле етте. Рәсәй спортсылары тәүгеләрҙән булып төркөмдәге өсөнсө матчын уҙғарҙы. Һөҙөмтә һөйөнөслө түгел.

Сәғүд Ғәрәбстанын һәм Египетты ҡыйратҡас, барлыҡ халыҡ күктең етенсе ҡатына менгәндәй ҡыуанды. Бына бит, теләгәндә булдыралар! Әммә Уругвай кеүек көслө командаға ҡаршы тороу шунда уҡ хәлгә айыҡ аҡыл менән ҡарарға мәжбүр итте... Ҡыуанырлығы юҡ – ватандаштарыбыҙ 0:3 иҫәбенә еңелде. Уларға ҡарар ҡабул иткәндә тиҙлек тә, һөжүм мәлендә оҫталыҡ та, сит илдәрҙең иң яҡшы беренселектәрендә уйнау тәжрибәһе лә етешмәне.
Хәҙер ил йыйылма командаһы сығышына үҙгәрештәр индерергә кәрәк, сөнки уны бик көслө дәғүәсе көтә. Ниндәй һығымталар яһалғанын 1 июлдә күрербеҙ. Тап шул көндә Мәскәүҙең “Лужники” стадионында Испания – Рәсәй матчы үтә. Уның еңеүсеһе генә донъя кубогына ярышты дауам итәсәк. Кем булыр ул?



Вернуться назад