Спорт27.06.2018
Көрәшселәр Туймазыла үҫә
Татарстанда көрәш буйынса донъя чемпионаты үтте. 42 илдән 150 иң яҡшы спортсы бил һынашты унда.
Рәсәй йыйылма командаһына дүрт төбәктән ете спортсы ингәйне: Башҡортостандан Айнур Сыртаев, Татарстандан Азат Нурмөхәмәтов, Ренас Кәлимуллин, Илмир Төхвәтуллин, Төмән өлкәһенән Егор Егоян, Альберт Рәхмәтуллин, Мари Иленән Муса Ғәлләмов.
100 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә финал алышында Туймазынан Айнур Сыртаев ҡаҙаҡ көрәшсеһенән өҫтөнөрәк булды. Яҡташыбыҙ – донъя чемпионы!
Тимурҙарҙың “алтыны”
Чехияла фехтование буйынса Европа чемпионаты тамамланды. 30 илдән килгән спортсылар 12 миҙал тупланмаһы өсөн көс һынашты.
Рәсәй йыйылма командаһы 11 миҙал яуланы: алты алтын, ике көмөш һәм өс бронза. Шуныһы ҡыуаныслы: уның составында Башҡортостандан да дүрт спортсы бар ине. Тимур Сафин менән Тимур Арыҫланов, Аделина Заһиҙуллина төп көстө тәшкил итһә, Анастасия Иванова запас уйынсы рәүешендә барҙы. Уларҙың барыһы ла рапира төрөндә ярышты.
Афарин, яҡташтарыбыҙ һынатманы. Тимурҙар команда составында чемпион исемен яуланы. Настя Ивановаға ла алышҡа сығырға тура килде. Ул ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында көмөш призер булды.
Кем бейеккәрәк һикерә?
Чехиялағы халыҡ-ара турнирҙа беҙҙең яҡташыбыҙ – быйылғы ябыҡ биналарҙағы донъя чемпионаты еңеүсеһе Данил Лысенко ла ҡатнашты. Ул Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән.
Данил 2 метр 36 сантиметр бейеклеккә һикереп, ярышта көмөш миҙал яуланы. Ул Катар спортсыһынан ике сантиметрға ғына ҡалышты. Әйткәндәй, яҡташыбыҙҙың да шәхси рекорды – 238 сантиметр. Ул был һөҙөмтәгә былтыр уҡ өлгәшкәйне.
Изге урын буш тормай
Миҙгел тамамланыу менән “Өфө” футбол клубы баш тренерһыҙ ҡалды. Команданы ҙур уңыштарға килтергән Сергей Семак Санкт-Петербург ҡалаһының “Зенит”ына китте.
Оҙаҡ ҡына ваҡыттан һуң бына яңы баш тренер тәғәйенләнде. 36 йәшлек белгес Сергей Томаров менән килешеү өс йылға төҙөлгән. Ул сит кеше түгел, 2011 йылдан “Өфө”нөң тренерҙар штабында.
Ниһайәт, стадионға инергә рөхсәт
Футбол уйыны мөғжизәләр тыуҙыра. Рәсәйҙәге әлеге донъя чемпионаты барышында Иранда ҡатын-ҡыҙға ла стадионға инергә рөхсәт иттеләр.
1979 йылдан алып бындай хәл тәүгә булды. Донъя беренселегендә Иран йыйылма командаһы матчтарын ирҙәре менән бер рәттән гүзәл зат та ҡараны. Алдағы Марокко вәкилдәренә ҡаршы уйынға ла ошондай рөхсәт бирмәксе инеләр, әммә сараға бер нисә сәғәт ҡалғас, власть органдары быны тыйҙы. Әле ҡатын-ҡыҙҙар Таһрандағы “Азади” стадионында ҡуйылған ҙур экрандан Ҡазан ҡалаһында уҙған Иран – Испания осрашыуын күҙәтте.
Футбол матчтарына көсһөҙ затты индереүгә дин әһелдәре ҡырҡа ҡаршы. Быны улар “стадиондарҙағы артыҡ агрессив мөхит” менән дәлилләй.
Кил дә уйна!
Баш ҡалабыҙҙа тағы бер футбол майҙансығы барлыҡҡа килде. Ул Европа футбол ассоциациялары союзының “Хет-трик” программаһы буйынса Урмансылар паркында асылды.
Был эш коммерцияға ҡарамаған ойошманың йәштәр йәмәғәт проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Ул 104 һәүәҫкәр команданы үҙенә туплаған. Әүҙем йәштәр башланғысы власть органдары тарафынан да яҡлау тапҡан. Майҙансыҡты тантаналы асыуҙа республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев һәм Башҡортостандың Футбол федерацияһы рәйесе Шамил Ғәзизов ҡатнашты.
Яһалма япма менән йыһазландырылған заманса футбол яланында әлеге донъя чемпионатына бағышланған тәүге турнир ҙа ойошторолдо.