Өфөлә – “Өфө” эскәмйәһе27.06.2018
Өфөлә – “Өфө” эскәмйәһеБыйылғы йәйҙең һирәк осраған йылы көнө. Баш ҡалалағы Иван Якутов исемендәге паркта халыҡ күп. Ҡарттар ашыҡмай ғына аллея буйлап йөрөй, йәштәр махсус бүленгән велосипед юлдарынан елдерә, балалар төрлө аттракционда бәүелә.

Ҡала уртаһында булһа ла, был паркка күптән килгәнем юҡ ине. Шунда уҡ эскәмйәләрҙең күбәйгәне, унда ла, бында ла арт-объекттар ҡуйылғаны күҙгә ташлана. Һалдат күле буйында ла террасалар эшләнгән. Бер урында ете тирмә ҡуйылып, башҡорт балы, сувенирҙары, милли орнаментлы кейемдәр тәҡдим ителә.
Бер аҙ ял итәйем тип урын эҙләгәндә төп аллеяла ҡыҙыл төҫтә булыуы һәм бөтөн бер ансамбль рәүешендә яһалыуы менән үҙенсәлекле эскәмйә иғтибарымды йәлеп итте. Унда оло йәштәге ҡарт һәм ҡарсыҡ ейәнсәрҙәре менән ял итеп ултыра ине. Һауа торошо, ял тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушып, һөйләшеп алдыҡ.
Эскәмйәгә килгәндә, был яңы арт-объект “Өфө” футбол клубына арналған икән. Парк хеҙмәткәр­ҙәре белдереүенсә, уны 10 июндә генә урынлаштырғандар. Тантаналы сараға клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов менән көйәрмәндәр ҙә килгән. Тематик эскәмйә ҡыйыҡ аҫтында, тимәк, бында ял итеүселәргә ямғыр ҙа ҡурҡыныс түгел. Ике яҡ ситтән команданың логотибы ҡуйылып, артҡы стенаһына тарихи фоторәсемдәр һәм иҫтәлекле яҙыуҙар эленгән: “1912 йылда бында Өфө тарихындағы беренсе рәсми футбол матчы уҙған” һәм “2018 йылда “Өфө” футбол клубы үҙенең тарихында тәүге тапҡыр Европа Лигаһына сыҡты”.
Әйткәндәй, был иҫтәлекле ваҡиға тураһында яҙғайныҡ инде. Әле 20 июндә тура телевизион эфирҙа ошо мәртәбәле турнир уйындарына йәрәбә һалыу үтте. Яҡташ футболсыларыбыҙ Европа Лигаһының һайлап алыу турында иң беренсе “Домжале” (Словения) – “Широки Бриег” (Босния һәм Герцеговина) пары еңеүсеһе менән осрашасаҡ. Тәүге матч Өфөлә уҙасаҡ. Әле командабыҙ Австрияға күнекмә йыйынына китте, унда Болгария, Румыния, Германия һәм хужалар командалары менән иптәштәрсә осрашыуҙар үткәрәсәк.


Вернуться назад