Ошо шәмбелә Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үҙенсәлекле тамаша премьераһы була. “Әйҙә футболға!” спектакле әле Рәсәйҙә барған Футбол буйынса донъя чемпионатына бағышлана. Эйе-эйе, ил театрҙары тарихында сәхнәлә тәүге тапҡыр футбол спортына ҡағылышлы тамаша ҡуйыла. Унда 29 актер уйынсылар һәм көйәрмәндәр ролендә сығыш яһаясаҡ. Спектаклдең хореографы – Алексей Ищук, композиторы – Руслан Мөрсәкәев, рәссамы – Ирина Дерябина, дирижеры – Герман Ким.
– Футбол – балеттың еңелләштерелгән фаразы, тигән фекер йөрөй. Беҙ бер сәғәт эсендә балет теле менән театрлаштырылған спорт тамашаһы күрһәтәсәкбеҙ. Уның йөкмәткеһе шунан ғибәрәт: йәш егет һөйгән ҡыҙын футбол стадионына саҡыра, һәм тамашасы уларҙың күҙҙәре менән матчты ҡарай, – ти Алексей Ищук.
Әйткәндәй, төп иғтибар декорацияларға түгел, ә көйгә, яҡтылыҡҡа, хәрәкәттәргә йүнәлтеләсәк. Тамаша драматургияһы ошо факторҙар тәьҫире аҫтында үҫешәсәк, үҙгәрәсәк.
Ошо спектакль менән театр коллективы үҙенең 80-се миҙгелен яба. Әммә “Әйҙә футболға!” бер тапҡыр ғына ҡуйылмаясаҡ, киләсәктә репертуарҙа ныҡлы урын аласаҡ, тип вәғәҙәләй актерҙар.