Ҡотлайбыҙ! Рәсәй милли йыйылма командаһы мотоцикл спорты тарихындағы беренсе “Спидвей олимпиадаһы”нда еңеү яуланы. Шуныһы һөйөнөслө: уның составында беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Эмиль Сәйфетдинов та бар. Беренсе һөйөнөслө яңылыҡ июнь башында уҡ килгәйне. Спорт агентлыҡтары “Милләттәр спидвейы” халыҡ-ара турниры-ның ярымфиналында ватандаштарыбыҙҙың еңеүен хәбәр иткәйне. Артем Лагута, Эмиль Сәйфетдинов, Глеб Чугуновтан (запас уҙышсы) торған команда, иң күп мәрәй йыйып, немец һәм дат спортсылары менән бер рәттән финал уҙыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
“Милләттәр спидвейы”ның тарихы алыҫ 1947 йылға барып тоташа. Халыҡ-ара мотоцикл федерацияһы Голландияла тәүге Милләттәр мотокросы ойоштора. Төп призды инглиздәр яулай. Һәм Милләттәр трофейын Чемберлен трофейы тип йөрөтә башлайҙар. Ысынлап та, ул ваҡытта Англияла мотоуҙыштар бик популяр, ә был милләт спортсылары ярыштарҙа гел алдынғы була. Әммә был спорттың спидвей төрөндә ошондай кимәлдәге турнирҙы былтыр ғына ойошторорға хәл итәләр.
...Һәм бына Польшаның Вроцлав ҡалаһында хәл иткес ярыш. Генераль классификацияның башында йәнә инглиздәр тора. Ике көн һөҙөмтәләре буйынса ла улар алда бара. Алтын миҙалдар яҙмышы суперфиналда хәл ителә. Унда бөтә командаларҙан да күберәк мәрәй йыйған коллективтар – Рәсәй һәм Англия вәкилдәре пары сыға. Эмиль Сәйфетдинов – Артем Лагутамы, Тай Уоффинден – Робрет Ламбертмы?
Старт! Беренсе әйләнеш, икенсе әйләнеш... Уоффинден – беренсе! Уның ҡарауы, Лагута менән Сәйфетдинов – икенсе-өсөнсө урындарҙа. Икенсе инглиз егете артта ҡалды. Тимәк, беҙҙең дөйөм мәрәйҙәр һаны күберәк, сөнки был бит команда ярышы!
– Иң көсөргәнешлеһе турнирҙың икенсе көнө булды. Йомалағы уҙыштарҙан һуң мотоциклдарҙы үҙгәртеп көйләргә тура килде. Артабан мин тулы көскә спидвей Гран-прийы ярыштарындағы шәхси уҙыштарға әҙерләнәсәкмен. Был еңеүҙе ҡабатлағым, донъя чемпионы булғым килә. Тырышасаҡмын! Әммә бөгөнгө хистәрем бер нимә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Бөтәһен дә Рәсәй өсөн эшләнек! – тине фиништан һуң Эмиль Сәйфетдинов.
Артем Лагута иһә команданың дөрөҫ тактика һайлауы тураһында белдерҙе:
– Һайлап алыу уҙыштарында инглиздәрҙән күберәк мәрәй йыйырға ынтылдыҡ. Суперфиналда улар менән ярышасаҡты күҙаллағайныҡ инде. Хәл иткес уҙышта Тайҙың көслөрәк икәнен күреп, уға байтаҡҡа алға китергә мөмкинлек бирҙек, ә икенсе инг-лиз егетен үткәрмәҫкә тырыштыҡ. Был хәлдә беҙҙең мәрәйҙәр күберәк булырын аңлағайныҡ.
Артем Лагута тыумышы менән Алыҫ Көнсығыштан, Приморье крайынан. Эмилдең иһә Башҡортостандан булыуын хәбәр иткәйнек инде.
Ул 1989 йылда Салауат ҡалаһында тыуа. Мотоспорт менән шөғөлләнә, йәшләй генә уҙыштарҙа еңә башлай. 2002 йылдан йәш үҫмерҙәр араһында алмаштырғыһыҙ ил чемпионы була. Тиҫтерҙәре менән ярышта ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. Өлкәндәр рәтенә күскәндән бирле ике тапҡыр Европа чемпионы, шәхси беренселектә – бер, команда иҫәбендә ике тапҡыр донъя чемпионатының бронза призеры булды.
Эмилдең спорт карьераһында шундай ҡыҙыҡ хәл була: 2005 йылда беренсегә халыҡ-ара ярышта – үҫмерҙәр араһындағы Европа чемпионатында ҡатнаша. Ярымфиналда 5-се урын алып, финалға сыға, ләкин уны бығаса тарихта булмаған аҡланыу менән артабанғы уҙыштарҙан ситләтәләр: “Йәше етмәү сәбәпле”. Ысынлап та, ул мәлгә яҡташыбыҙға 16 йәш тә тулмаған була шул!
Ә 20 йәшендә ул, Рәсәйҙән беренсе булып, Донъя кубогы турнирына даими нигеҙҙә саҡырыу ала. Һәм уның тәүге этабында уҡ беренсе урынды яулай. Һөҙөмтәлә Эмиль был ярыштар тарихында донъяла иң йәш еңеүсе булып таныла.
Салауат егете ҡышҡы мотокросс һәм шоссе уҙыштарында ла ҡатнаша. Ул поляк гражданлығына эйә, сөнки был осраҡта Европалағы күп һанлы турнирҙарға йөрөү өсөн виза кәрәкмәй. Өҫтәүенә Польша Экстралигаһында ла даими ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әммә барлыҡ халыҡ-ара турнирҙарҙа ла Эмиль Сәйфетдинов элеккесә Рәсәй данын яҡлай. Афариндан башҡа ни әйтәһең!