ТУҠТА, БАЙРАМ, БӨТМӘЙ ТОР!22.06.2018
Бәхет килһә килә бит ул. Футбол буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһының тәүге еңеү шатлығынан айнып өлгөрмәнек, йәнә бер ҡыуаныс кисерергә яҙҙы. Икенсе осрашыуҙа ла беҙгә бәхет йылмайҙы. Ә бит төркөмдән плей-офҡа сыға алмаҫбыҙ тип уйлағайныҡ...

Был юлы Египет уйынсылары менән сәкәләштек. Беренсе таймда, иҫәп асылмаһа ла, күңелдән шом китмәне. Ҡунаҡтар командаһында мәртәбәле Англия чемпионатының быйылғы иң яҡшы футболсыһы Мөхәмәт Сәләх бар бит! Уны нисек туҡтатаһың?!
Әммә икенсе таймда 15 минут эсендәге хәлдәр бөтәһен дә баштан-аяҡ үҙгәртте. Тәүҙә Египет вәкиле яңылыш үҙ ҡапҡаһына туп индерҙе... Артабан өс минут эсендә Денис Черышев менән Артем Дзюба, бер-бер артлы гол индереп, көйәрмәндәрҙе һөйөндөрҙө.
3:1 – көньяҡ ҡунаҡтары тыуған яҡтарына йүнәлә. Ә беҙҙең байрам дауам итә. Әле Уругвай спортсылары менән өсөнсө матч булырына ҡарамаҫтан, Рәсәй футболсыларына плей-офф осрашыуына әҙерләнә башларға мөмкин. Унда уларҙы кем көтә – испандармы, португалдармы йә Ираҡ футболсыларымы? Был 25 июндә билдәле буласаҡ.


Вернуться назад