"Сыңғыҙхан" һөжүмгә әҙерләнә03.05.2012
"Сыңғыҙхан" һөжүмгә әҙерләнәФевралдә Силәбе башҡорто Денис "Сыңғыҙхан"дың — Шафиҡовтың — Бөйөк Британияла уҙған алышта шотланд боксёры Ли МакАллистерҙы еңеү хәбәрен еткергәйнек. Әле ринг батыры 31 майҙа Өфөлә уҙасаҡ алышҡа — Куба итальяны Брунет Замора менән осрашыуға әҙерләнә. Бының өсөн ул бер нисә айға тыуған Мейәсенән Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп торорға булған.
Денис Шафиҡов (28 еңеү; 0 еңелеү; 1 тигеҙ иҫәп) менән Брунет Замора (22 еңеү; 0 еңелеү; 2 тигеҙ иҫәп) Европаның 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы иң яҡшы боксёрҙары һанала. Быға тиклем улар 2010 йылдың көҙөндә осраша. 12 раундта алышҡандан һуң, Рәсәй һәм сит ил белгестәре Шафиҡовты көслөрәк тип тапһа ла, судьялар иҫәпте тигеҙ тип иғлан итә. Һөҙөмтәлә WBA интерконтиненталь чемпионы титулы Замораның үҙендә ҡала.
— Ул алыштан алда үксәмдең тарамышы йәрәхәтләнгәйне. Табиптар рөхсәт итмәһә лә, рингка сыҡтым. Һыҙланыу үҙенекен итте: тулы көс менән һуғышып булманы, — тип алышты хәтеренә төшөрҙө Мейәс батыры беҙгә биргән интервьюһында.
Был ваҡиғанан һуң Денис Шафиҡов элекке тренеры Сергей Собиновтан совет бокс мәктәбе нигеҙендә профессиональ боксёрҙар әҙерләүсе бай тәжрибәле Александр Зиминға (Николай Валуев, Юрий Арбачаков, Александр Поветкин кеүек билдәле боксёрҙар унда шөғөлләнгән) күсә. Артабан ул грузин Нугзар Маргелашвилиҙы, итальян Джузеппе Лауриҙы һәм шотланд Ли МакАллистерҙы нокаутҡа ебәрә, ЕBU версияһы буйынса Европа чемпионы исемен яулай.
Алыш алдынан ринг батырының кәйефе яҡшы, тиҙерәк алышҡа сығып, дәғүәсеһен ҡыйратырға ашҡынып торғандай тойола.
— Әҙерләнер өсөн Санкт-Петербургка килгәнемә үкенмәйем. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынғас, күберәк шөғөлләнә алам. Тағы ла мин бында яңғыҙ түгеллегемде аңланым: "Аманат" башҡорт йәштәре ассоциацияһы яңыраҡ үҙҙәренә саҡырып, матур осрашыу үткәрҙе, — тине ул.
Денис аҙнаһына алты көн шөғөлләнә: йүгерә, алыша, күнекмәләр яһай. Ике аҙнала бер нисә килограмға ябыҡҡан, алышҡа тиклем тағы 1,5 килограмдан ҡотолаһы бар.
Н. ХӘСӘНОВА.


РЕДАКЦИЯНАН. Бөгөн Денис Шафиҡов Өфөгә килә. Киске сәғәт 5-тә "Нефтсе" мәҙәниәт һарайының (Ленин урамы, 50-се йорт) конференция залында ул йәштәр менән осрашасаҡ, һорауҙарға яуап бирәсәк.


Вернуться назад