Яҡташ студенттарыбыҙҙың төрлө ярыштарҙа һынатмай, әленән-әле еңеү яулауы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Мәҫәлән, С. Бикеев исемендәге Өфө профессиональ колледжы студенты Егор Макаров “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) бәйгеһендә призлы урынды яуланы.Бәйге Ярославль өлкәһендә үтте. Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғы сәмсел егеткә тапшырылғайны. Студент Макаров әйтеүенсә, бындай тәҡдимде ишеткәс, һис тә юғалып ҡалмаған, ә “мин булдырам” тигән принципҡа тоғро ҡалған. Билдәле, кем үҙенә үҙе ышана, уға бейеклектәргә күтәрелеү оҙаҡ көттөрмәй. Уның уҡытыусыһы, конкурсҡа әҙерләүсеһе Әмир Йәрмөхәмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул уҡыусыһында лидерлыҡ сифаттарын күҙаллай, ҡатмарлылыҡтарҙы йырып сығыу Егорға ауыр бирелмәй, сөнки уның алға ынтылышы ныҡ көслө. Һәр саҡ төрлө идеялар менән янып йәшәй, педагогтарҙан кәңәштәр һорай.
Әйткәндәй, үҫмерҙең күкрәген биҙәгән бронза миҙалы – республикабыҙҙа дөйөм миҙалдар буйынса берҙән-бер.