2014 йылда Сочи ҡалаһында барған Ҡышҡы уйындар алдынан Олимпия уты эстафетаһын 14 мең кеше Рәсәйҙең 83 төбәгендәге 2900 тораҡ пункт аша тотоп уҙҙы. Өфө лә был исемлеккә ингәйне.Артынса ҡалабыҙҙа Паралимпия уйындары эстафетаһы ла ойошторолдо. Янып торған факелды элекке күренекле спортсыларҙан, физик культура менән шөғөлләнгән һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләрҙән һайлап алынған 50 кеше биш километр арауыҡта бер-береһенә тапшырҙы. Иң аҙаҡҡы булып утлы торонбашты дзюдо буйынса Европа беренселектәре призеры, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Юрий Акшенцев ҡулына алды. Ул быны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән бергәләп башҡарҙы.
Ошо көндәрҙә шул факелға бәйле хәтирәләрҙе яңыртырға насип итте. “Музейҙар төнө” акцияһы сиктәрендә республика һуҡырҙар ойошмаһының музейына сәйәхәт ҡылырға тура килде. Экскурсовод төпкө залда ҡулына тап Паралимпиада факелын алғас, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Ул бында нисек килеп эләккән? Етмәһә, янында тейешле символикалы спорт шапкаһы менән бирсәткәләр ҙә бар. Баҡтиһәң, Юрий Акшенцев был әйберҙәрҙе эстафетанан һуң ошо музейға бүләк иткән икән.
Факелды тотоп ҡарарға ла, уның менән бергә фотоға төшөргә лә мөмкин. Бына бит, ваҡыт үтһә лә, тарихҡа ҡағылып-ҡағылып алырға була!