Салт аяҙ көн. Өфөләге “Каруанһарай” сауҙа-эш комплексы алды халыҡ менән шығырым тулы. Майҙанда дәртле көй-моң ағыла. Бөгөн бында тәүге тапҡыр “Башҡортостан батыры” Бөтә Рәсәй баһадирҙар ярышы уҙа. Уны ойоштороу башланғысын пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы “Планетаның иң көслө кешеһе” турнирының вице-чемпионы, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе милләттәшебеҙ Эльбрус Ниғмәтуллин тәҡдим иткәйне.
Был турала хәбәр күптән йөрөнө. Афишалар эленеп торҙо. Ә инде май башында Эльбрус социаль селтәрҙә ошо сараға тип үҙе ҡайын ағасынан юнған 28 килограмлыҡ суҡмарҙың фоторәсемен ҡуйғас, кешеләрҙең ярышты барып ҡарау теләге бермә-бер артты. Етмәһә, ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар араһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың булыуы турнирҙың мәртәбәһен арттырҙы.
Билдәләнгән көндө илдең төрлө төбәктәренән килгән 13 атлет “Алыш бармы, көрәш бармы?” тип уртаға сығып баҫты. Байрам программаһына стронгмендарҙың дүрт классик ярыш төрө – лог-лифт (120 килограмлыҡ бүрәнәне ваҡытҡа күтәреү), тракк-пул (17 тонналыҡ “МАЗ” автомобилен ваҡытҡа урынынан күсереү), кәүҙәнең тартыу көсөнә нигеҙләнгән күнекмә (1,5 тонналыҡ “Лада Ларгус” еңел машинаһын күтәреп төшөрөү), “фермерҙың ял итеп йөрөүе” (110-ар килограмлыҡ ике ҡул йөгөн ташыу) ингәйне.
Бынан тыш, Эльбрус Ниғмәтуллин ярыштар программаһына беренсе тапҡыр халҡыбыҙҙың милли уйыны “Суҡмар ырғытыу”ҙы ла индереп ебәрҙе. Өфө мэры Ирек Ялалов был турала:
– Бөгөн тәүгә үткәргән турнирға миллилек өҫтәргә тырыштыҡ. Борон башҡорт батырҙары уҡ атыуҙа һәм ат сабышында ҡатнашыу менән бер рәттән суҡмар ҙа ташлашҡан. “Ҡамыр батыр” башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыған кеше ошо шөғөл тураһында белә. Әкиәттә уның ауырлығы 25 бот тартҡан. Беҙҙең спортсылар өсөн уны еңелерәк итеп яһаныҡ – ни бары 28 килограмм, – тип көлдөрөп тә алды.
...Бына бүрәнә күтәреү ярышы башланды. Майҙандағы ике атлеттың береһе быны биш кенә тапҡыр башҡарһа, икенсеһе һөҙөмтәһен һигеҙгә еткерҙе. Әммә был да рекорд түгел әле – сираттағы ҡатнашыусы ҡоралды 11 тапҡыр баш өҫтөнә сөйҙө!
Хәҙер инде йөк машинаһын урынынан ҡуҙғатып, мөмкин тиклем алыҫҡараҡ тартыр кәрәк. Арҡанды матҡып тотоп автомобиль һөйрәткән манма тиргә батҡан спортсы янында, себен кеүек маҙаһыҙлап, микрофон тотҡан алып барыусы йөрөй. Хәлдән тайып туҡтаған баһадирҙан “Нисек һиңә был күнекмә? Ауырмы?” тип һорауына ергә һеңгәҙәткән яуап алды: “Үҙең эшләп ҡара!” Майҙанды дәррәү көлөү тауыштары яңғыратты...
Һәр бер атлетҡа һәр күнекмә өсөн тейешле мәрәйҙәр яҙылды. Ярыштар артистарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Спортсылар тын алған арала Заһир Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнаны, Урал Мортазин өҙә баҫып бейене.
Еңеүселәр иң күп мәрәй йыйыу буйынса билдәләнде. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынды Өфөнән Булат Зарипов (45 мәрәй) алды. Икенсе урынға Силәбенән Сергей Быков (53 мәрәй) сыҡты. Ә беренселекте Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһынан Виталий Исмәғилев (58,5 мәрәй) яуланы. Ҡатнашыусыларға һәм призлы урын алған батырҙарға миҙал, кубок, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Абсолют еңеүсегә иһә, йола буйынса, тәкә лә эләкте.
Ҡояшлы май көнөндә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары бына шундай матур байрамды тамаша ҡылды. Ирек Ялаловтың был сараны даими уҙғарып, еңеүсегә бүләккә еңел машина инселәргә тәҡдим итеүе халыҡты тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.