“Торос” — чемпион!27.04.2012
Нефтекама ҡалаһының юғары лигала уйнаусы “Торос” хоккей командаһы, финалда Төмәндең “Рубин”ы менән бишенсе осрашыуҙа еңеү яулап, Рәсәйҙең юғары хоккей лигаһының кубогына лайыҡ булды.
“Торос” спортсылары уйындың тәүге минутынан уҡ һөжүмгә ташланды. Һөжүм итеүсе Максим Фролов “Рубин” һаҡсыларын оҫта урап үтеп, шайбаны ҡапҡаға табан елгәрҙе, ләкин ҡапҡасы Михаил Демидовты ота алманы. Беҙҙекеләр төмәндәргә ҡарағанда күпкә йылдамыраҡ уйнаһа ла, тәүге шайбаны “Рубин” һөжүмсеһе Ремир Хәйҙәров индерҙе. Көс һынашыуҙың икенсе осоронда ла нефтекамалар һөжүмде туҡтатманы, әммә уңышҡа өлгәшә алманы — ҡапҡасы ныҡ торҙо. Төмәндәр ҙә һынатманы — контрһөжүмгә күсеп, “Торос” ҡапҡасыһы Михаил Сохатскийҙы тулҡынланырға мәжбүр итте. Өсөнсө осорҙа нефтекамаларҙың мәргәнлеге кәмей төштө: шайба йә туп-тура ҡапҡаға эләкте, йә иһә бөтөнләй ситкә осто. Төмән уйынсыһы Ремир Хәйҙәровтың уйын тәртибен боҙған өсөн ике минут штрафҡа дусар ителеүе лә “Торос”ҡа уңыш килтермәне — иҫәп һаман 1 : 0 ҡала килде. Өсөнсө осор тамамланырға ике минуттан да кәмерәк ваҡыт ҡалғас, “Торос”тың баш тренеры Руслан Сөләймәнов тайм-аут алды. Беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһы һаҡһыҙ ҡалды, ҡапҡасы урынына һуңғы минутта алтынсы уйынсы сыҡты. Ниһайәт, осор тамамланыуға 44 секунд ҡалғас, “Торос” уйынсыһы Станислав Голованов иҫәпте тигеҙләне. Овертаймда иһә уның маһир командалашы Сергей Емелин төмәндәр ҡапҡаһына еңеү шайбаһын индерҙе. “Ура!”, “Торос” — еңеүсе!
Марат МОРАТОВ
Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад