Хоккей һөйөүселәрҙе шатландырҙығыҙ27.04.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Торос” хоккей клубы коллективын ҙур еңеүе менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар!
Барлыҡ республика халҡы исеменән һеҙҙе оло еңеү менән ихлас ҡотлайым! Башҡортостан клубы тарихта тәүге тапҡыр юғары лига чемпионы булды.
Һөҙөмтәле уйынығыҙ менән республикабыҙҙағы хоккей һөйөүселәрҙе шатландырҙығыҙ. Төп командабыҙ “Салауат Юлаев”тың тәжрибәле уйынсылары ҡыуандыра алмаған миҙгелдә һеҙҙең еңеүегеҙ айырыуса мөһим. Легионерҙар түгел, ә нигеҙҙә Башҡортостан хоккей мәктәбендә тәрбиәләнгән уйынсылар ингән составта чемпион исемен яулауығыҙ бигерәк тә әһәмиәтле.
“Торос” хоккей клубы етәкселәренә, тренерҙар штабына, бөтә коллективҡа юғары профессионализм, оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш өсөн рәхмәт белдерәм. Уйынсыларыбыҙға булышлыҡ иткән көйәрмәндәргә лә рәхмәтлемен. “Торос” яңы миҙгелдә клуб һәм барлыҡ республика хоккейы яулаған үрҙәрҙе һаҡлап ҡалыр, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем! Еңеү менән, ҡәҙерле дуҫтар!”


Вернуться назад