Урал йәне. Евразия йөрәге02.05.2018
Урал йәне. Евразия йөрәгеӨфөлә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республикабыҙҙың туристик брендының исем туйы үтте. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Сараға шулай уҡ власть органдары, эшҡыуарҙар, ғалимдар, турис­тар, спортсылар, блогерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә саҡырылғайны.


Брендты Paradox Box компания­һы эшләгән, заказсыһы – респуб­ли­кабыҙҙың Туризм һәм эшҡыуар­лыҡ буйынса дәүләт комитеты. Хәҙер бренд Terra Bashkiria тип атала. Уның девизы – “Урал йәне. Евразия йөрәге” – оло мәғәнәгә эйә. Ә биҙәлеше иһә башҡорт орнаменттарынан алынған.
– Күҙ алдыбыҙға ҡыҙыҡлы тарих баҫа, республикабыҙ брендҡа эйә була, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шуны аңлайым, хатта бөгөнгө үҙен­сә­лекле һөйләшеүҙән һуң да һорау­ҙар буласаҡ, фекер алышыуҙар дауам итәсәк. Республикаға был бренд йәбешерме, ҡунаҡтар ниндәй уйҙа, нисек ҡабул итер, граждандарҙың ҡарашы бүтәнсә түгелме? Иң мөһиме – беҙ һеҙҙең менән бына ошо процестың шаһиты буласаҡбыҙ. Күптәр республикабыҙҙы яҡшы белә, һәр йәһәттән дә алдынғы төбәк тип ҡабул итә. Ысынлап та, ул – туристар өсөн ожмах мөйөшө. Әйткән­дәй, совет заманында беҙҙең республика Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙан килгән сәйәхәтселәр өсөн изге урын һаналды.
Рөстәм Хәмитов студияның арт-директоры Илшат Байбурин һәм уның командаһына рәхмәт әйтте.
– Беҙ йәштәр менән, республиканы алға алып барыусылар менән, эшләргә тейешбеҙ. Улар брендты бик яҡшы аңлай. Өлкән йәштә­геләрҙең консерватив ҡарашта булыуы бәхәсһеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бренд беҙҙең туристик базаларҙа, шифаханаларҙа, проспекттарҙа, китаптарҙа урын аласаҡ. Символдар һәм образдар аша тотош донъяға һәм илебеҙгә заман менән бергә атлауыбыҙҙы, донъяны бүтәнсә күреүебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙы онотмайбыҙ, ата-бабаларыбыҙ – ғорурлығыбыҙ. Уның ҡарауы, киләсәк менән йәшәйбеҙ. Алға ҡарап фекер йөрөтөү, киләсәк һәм үҫеш – бына ошолар иң мөһиме.


Вернуться назад