Көрәш беҙҙе тәрбиәләй27.04.2012
Көрәш беҙҙе тәрбиәләйБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән акция Яңауыл ҡалаһында тамамланды.
– О-о-о, келәмдәрҙең күплеге!
– Барыһы ла балаларғамы икән?
– Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың бүләге ул.
Был көндө Яңауыл район мәҙәниәт йорто алдында тауҙай өйөлгән көрәш келәмдәренә иғтибар итмәгән кеше булмағандыр. Бығаса ҡалала келәм таратҡанды хәтерләмәй улар. Был юлы спорт йыһазы Асҡын, Балтас, Борай, Илеш, Краснокама, Саҡмағош, Бөрө, Бәләбәй, Шаран, Яңауыл, Йәрмәкәй, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле райондарының 17 мәктәбенә һәм Өфөнөң өс үҫмерҙәр клубына тапшырылды.
Яңауылдағы сара үҙенең үтә эшлекле шарттарҙа барыуы менән айырылып торҙо. “Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү ҙә киләсәктә йәнә үҙ емештәрен бирмәй ҡалмаҫ.
Көрәш беҙҙе тәрбиәләйРайон хакимиәте башлығы урынбаҫары Зикаф Хужин йыйылыусыларҙы төбәктәге спорт яңылыҡтары менән таныштырҙы, үҫмерҙәрҙең милли көрәшкә ихлас йөрөүе, әленән-әле төрлө ярыштарҙа призлы урындар алыуы хаҡында һөйләне, был спортты үҫтереүгә тос ярҙамы өсөн Марсель Йосоповҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” проекты етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, үткән эштәргә байҡау яһап:
– Көрәш беҙҙе тәрбиәләй, ҙур спортҡа этәргес бирә. Уның өсөн әллә ни сығым талап ителмәй, уңайлы шарттар, келәм менән тренер ғына кәрәк, – тине.
Акция башланғандан алып бөтәһе 50 сара үткәрелгән, 200-ҙән ашыу белем усағына, спорт мәктәбенә келәм бүләк ителгән, Стәрлетамаҡ физик культура институтында тренерҙар, уҡытыусылар өсөн семинар-кәңәшмә ойошторолған. Былар барыһы ла милли көрәштең киләсәктә йәштәребеҙ араһында киң таралыуына этәргес бирәсәк. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, республикала милли көрәште үҫтереүселәргә рәхмәт белдереп, сираттағы ярышты ойоштороусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Рәсәйҙең спорт мастеры Данис Мөхәйәров иҫтәлегенә арналған район беренселеге көсөргәнешле барҙы. Ярышта ун команда ҡатнашты. Алыштың тәүге мәлендә үк Истәк мәктәбе үҫмерҙәре айырылып торҙо. Баҡтиһәң, бында тренер Фирдүс Дәүләтов йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә ҙур көс һала икән. Үҙ ауырлыҡтарында Иҙрис Гәрәев, Артем Солтанов, Айҙар Нуриәхмәтов, Дмитрий Суфияров, Фәнис Ғаязов, Артур Шакиров чемпион исемен яуланы.
Командалар араһындағы алышта ла истәктәр үҙҙәрен иң таһыллыһы итеп танытты. Афарин! Икенсе урында – Яңауыл лицейы, өсөнсөлә – Байғужа мәктәбе уҡыусылары.

Руслан БИКЕМБӘТОВ, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары:

– Бөгөн төрлө райондан килгән мәктәп етәкселәренең ҡыуана-ҡыуана көрәш келәмдәре алыуына шаһит булдым. Республика көрәшселәре бындай ярҙамды күргәне юҡ ине.
Инзилә ШӘЙХЕТДИНОВА, Яңауыл районының Яңы Уртауыл мәктәбе директоры:
– Бындай ҙа бүләккә ҡыуаныстың сиге юҡ. Арабыҙҙа Марсель Харис улы кеүек шәхестәрҙең булыуына һоҡланам. Һүҙ менән түгел, күҙгә күренгән эше менән ҡыуандыра ул. Шундай игелекле ул үҫтергән азаматтың ата-әсәһенә ҙур рәхмәт!
Репортажды Венер ИСХАҠОВ
менән Владимир КАРАБАНОВ әҙерләне.
Яңауыл ҡалаһы.


Вернуться назад