“Милләт йәшлеге” изгелек ҡыла06.04.2018
“Милләт йәшлеге” изгелек ҡылаӨфөлә 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова исемендәге “Милләт йәшлеге” V йәмәғәт премияһына дәғүә иткән республика конкурсы лауреаттарын ҡотлау тантанаһы үтте. Сарала спорт өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсыларға, уларҙың тренерҙарына, инвалид бала тәрбиәләгән йәш ғаиләләргә бүләктәр тапшырылды.

2012 йылдан “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды ил буйынса күркәм эштәр алып бара. Ул мөмкин­лектәре сикләнгән­дәрҙе әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеп, балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә, инвалид балаларға социаль адаптация үтергә булышлыҡ итә, коррекцион мәктәп-интернаттарға матди ярҙам күрһәтә.
Барлыҡҡа килгәндән алып фонд республика ҡала һәм райондарында 500-ҙән артыҡ социаль һәм спорт саралары ойошторған. Ундан артыҡ социаль әһәмиәткә эйә республика проекты тормошҡа ашырылып, 22 республика коррекцион мәктәп-интернатына, мөмкинлектәре сикләнгән 10 балалар реабилитация үҙәгенә, республикалағы төрлө инвалид һәм балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтелгән. Бөтә был сараларҙа 15 меңдән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәһе ҡатнашҡан.
Шул уҡ көндө баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында Рима Бата­ло­ваның “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фондының V йәмәғәт премияһын тапшырыуҙа ҡатнашҡан абруйлы ҡунаҡтар һәм журналистар менән осрашыу үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
– Ошондай матур эш алып бары­уығыҙ өсөн һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Спорт беҙҙең өсөн оло әһә­миәткә эйә. Республикала бының өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙән ниндәйҙер буй етмәҫлек һөҙөмтәләр талап итеү түгел, ә шул мөхиттә күңел йылыһын һәм ярҙамды тойоу, тормошта ғәҙеллеккә һәм тигеҙлеккә ынтылыу мөһим. Ошо йәһәттән һеҙ беҙҙең ярҙамға ышана алаһығыҙ, – тине республика етәксеһе үҙ телмәрендә.
Мәскәү ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Александр Карелин, Дмитрий Пирог, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Гурцкая һәм башҡалар үҙ теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Р. МӨҘӘРИСОВА.


Вернуться назад