“Бразил системаһы” эшләмәй20.03.2018
“Салауат Юлаев” плей-офтың икенсе раундында Силәбенең “Трактор”ына ҡаршы уйнай. Серияла иҫәп 1:1. Был көс һынашыу еңел булмаясаҡ.


Беҙҙең команда асыҡ уйын стилен үҙ итә. Йәнтәслим һөжүмгә ташланып, ҡайһы саҡ һаҡланыуҙы бөтөнләй онота. Шуға күрә уға үҙе кеүек “бразил системаһы”на яҡын торған “Авангард”, “Аҡ Барыҫ” клубтары менән сәкәләшеү яҡшыраҡ.
Ә “Трактор” – күпкә ойошҡаныраҡ команда. Ҡапҡасылары ла шәп. Уның менән ҙур иҫәпкә уйнауы ауырыраҡ. Уҙған матчтар быны раҫланы ла. Тәүгеһендә үк өфөләр 1:2 иҫәбенә отолдо. Икенсеһендә иһә “упҡын ситендә бейеү” дауам итте. Һөҙөмтәлә эш овертаймға барып етте. Бәхетебеҙгә унда уңыш яҡташтарыбыҙға йылмайҙы – 3:2!



Вернуться назад