Яҙ. Март. Плей-офф07.03.2018
Март башын барыһы ла көтөп ала. Айырыуса гүзәл зат. Ошо мәлдә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә бит. Ир-ат көйәрмәндәр иһә Континенталь хоккей лигаһында плей-офф осоро еткәненә ҡыуана.
Быйыл көтөлмәгәнсә башланды ул. Тәүге раундта “Салауат Юлаев”тың дәғүәсеһе “Авангард” булыр тип берәү ҙә уйламағайны шикелле. Әммә Омск командаһы регуляр чемпионаттың иң аҙаҡҡы уйынында һуңғы минутта гол индереп, был хоҡуҡты лайыҡлы яуланы.
Йыл буйына ике команда тормошонда ла аҡ-ҡара һыҙаттар алмашынып торҙо. Шуныһы һөйөнөслө: юлаевсылар миҙгел аҙағына тотороҡло хәлдә ине инде, ә “Авангард” ҡуҙғалып киткән “поезға” саҡ-саҡ өлгөрҙө. Ләкин плей-офта иң көсһөҙ команда ла яурынын киреп, арҡаһын турайта. Шулай булғас, танауҙы сөймәй торайыҡ әле...
Белгән кеүек әйткәнмен! Өфөләге беренсе уйында уҡ ҡунаҡтар характерын күрһәтте. Беҙҙекеләрҙең 3:0 иҫәбенә еңеп барыуымы ни... Йыш ҡына ирешелгән һөҙөмтәне нығыта алмауҙары күптән билдәле. Ысынлап та, өсөнсө осор уртаһына иҫәп тигеҙ ине – 4:4. Яҡташтарыбыҙҙың тағы ике шайба индереүенә ҡыуанырға иртәрәк, сөнки был мәлдәрҙә Омск хоккейсылары аҙсылыҡта уйнаны. Шулай ҙа еңеү беҙҙең яҡта булды – 6:4.
“Салауат Юлаев” менән “Авангард” араһындағы икенсе осрашыу хәл-торошто асыҡлар кеүек. Эйе, асыҡланы, һорауҙарға яуап алдыҡ. Тик... беҙҙең файҙаға түгел. Ҡунаҡтар командабыҙҙы 7:2 иҫәбенә ҡыйратты! Был юлы инде тәүҙә Омск спортсылары өс гол индерҙе. Бына-бына ҡыуып етербеҙ кеүек ине, әммә бәхет йылмайманы.
Бөгөн инде Омскиҙа көс һынашыуҙы дауам итәбеҙ. Өфөләге ике матчта командалар икәүһенә бергә 19 шайба индерҙе. Тимәк, һаҡсылар һәм ҡапҡасыларҙың уйынына дәғүә күп. Бигерәк тә юлаевсылар ошо етешһеҙлектән арына алмай. Плей-офта улай уйнарға ярамай. Һығымталар яһалырмы? Кискеһен күрербеҙ.