Эйе, егерме биш... Рәсәй йыйылма командаһындағы хоккейсылар һаны буйынса... Һәр береһенең ошо Ҡышҡы Олимпиадала еңеүгә ынтылған юлда түккән көсөн, шуның менән илгә килтергән данын, Уйындарҙың һуңғы көнөндә ишекте шартлата япҡан шаңдауҙы бергә ҡушып һанаһаң. Бына ниндәй һығымталар тора овертаймда беҙҙең файҙаға 4:3 иҫәбенә бөткән Рәсәй – Германия финал матчы артында.Ниһайәт, быйылғы спорт байрамы тамам. Шуның менән бергә өҫтән ауыр бер йөк төшкәндәй булды. Ҡышҡы уйындар бар донъя өсөн оло байрам булһа ла, сираттағыһы Рәсәй халҡына өҫтәмә борсолоуҙар ҙа килтерҙе. Халыҡ-ара олимпия комитеты илдең йыйылма командаһына ҡаршы санкциялар ҡулланғас, Пхенчханда ватандаштарыбыҙҙың уңышлы сығыш яһарына өмөт ҙур булманы. Ләкин ысын көйәрмән – үҙ иленең патриоты. Ул аҡтыҡ сиккә тиклем яҡшыға ышана...
Шөкөр, еңеүһеҙ ҡалманыҡ. Әлбиттә, алтын миҙалдар һаны аҙыраҡ – фигуралы шыуыуҙа һәм хоккейҙа ғына. Әммә алты көмөш, туғыҙ бронза ла бар бит әле. Күпселек лидерҙарыбыҙҙың сығыш яһамағанын иҫәпкә алғанда, бары менән байрам.
Әйткәндәй, дөйөм миҙалдар һаны буйынса хужалар – Корея спортсылары менән типә-тиңбеҙ. Ә Швеция, Финляндия, Франция, Италия, Австрия, Швейцария кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре ныҡ үҫешкән илдәрҙән алдабыҙ.
Шуныһы, 17 миҙалдың күпселеген – һигеҙен – саңғысыларыбыҙ яуланы. Уларҙы санкциялар урап үткәнме ни? Юҡ! Бөтә алдынғы спортсыларға ярышырға рөхсәт итмәгәндә, илдең Саңғы федерацияһы “амбразураға” 21-22 йәшлек егеттәрҙе ташланы. Уларҙың ҡайһы берҙәренең исеме Рәсәйҙә лә ныҡ билдәле түгел ине. Ошо йәштәр барлыҡ саңғы донъяһын һоҡланырға мәжбүр итте, афарин! Бына бит, тырышҡанда “санкциялар кәртәһен” урап үтеү юлын табырға була.
Хоккейға кире әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтергә мөмкин: мәҫәлән, Канадала ил йыйылма командаһы беренсе урынды яуламаған осраҡта Олимпиада уңышһыҙ уҙған тип иҫәпләнә. Тимәк, беҙҙең өсөн ул бик уңышлы булды. Шул иҫәптән Башҡортостан халҡына ла ғорурланырға ерлек бар: Олимпия чемпионы исемен алған хоккейсыларыбыҙҙың береһе – яҡташыбыҙ, хәҙер СКА командаһында уйнаған “Салауат Юлаев” клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев.
Яҡшыға өмөтләнәйек. Дүрт йылдан Ҡытайҙың Пекин ҡалаһында осрашҡанға тиклем!