Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Салауат Ғәлинде барыһы ла спортсы булараҡ яҡшы белә. Мәктәптең волейбол һәм баскетбол командаларының алмаштырғыһыҙ уйынсыһы ул. Тренеры Фәнис Яҡупов әйтеүенсә, Салауаттың даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләүе яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Буш ваҡытында һәр саҡ ҡулына туп алған егет өйҙә лә шөғөлләнә. Шулай уҡ Сибай ҡалаһына аҙнаһына дүрт тапҡыр “Бөркөт” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендәге кикбоксинг түңәрәгенә йөрөй.Кикбоксинг – иң тәүҙә үҙ-үҙеңде яҡлау, һаҡлана белеү сәнғәте. Бөгөн был көнсығыш спортының бер нисә төрө бар. Тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалмау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу сифаттарын тәрбиәләй, үҙеңде ышаныслы тоторға ярҙам итә, ти уның менән шөғөлләнгән Салауат.
Күптән түгел Салауат Ғәлин уйнаған команда волейбол буйынса районда беренселекте яулап, Аҡъярҙа төбәк ярышында еңеүсе була. Тимәк, йәш волейболсылар республика кимәлендә көс һынашасаҡ.
“Һәр саҡ спорт менән шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан егет уҡыуҙа һынатмаймы һуң?” тип һораусылар булһа, һеҙгә сер итеп шуны еткерәм: спорт менән шөғөлләнгән кеше рухи яҡтан көслө була, унда ныҡлы характер тәрбиәләнә. Һәр саҡ маҡсатҡа өлгәшеү теләге менән янған үҫмерҙең насар уҡыуы мөмкин түгел, шуға күрә буласаҡ чемпиондар уны үҙ итә. Уларҙы уртаҡ теләк берләштерә: сосораҡ, яҡшыраҡ һәм етеҙерәк булырға!
Баймаҡ районы.